Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АДВЕНТИСТАР

Просмотров: 1564

АДВЕНТИСТАР (лат. adventus — килеү), 19 б. 30‑сы йй. АҠШ‑та протестантлыҡта барлыҡҡа килгән ағымға эйәреүселәр. “Иисус Христостың икенсегә килеүе” яҡынлашыуы һәм ерҙә “Алланың мең йыллыҡ батшалығы” етеүе т‑да фекер тарата. Төп йолалары: өлкәндәрҙе һыуға сумдырып суҡындырыу һәм аяҡ йыуыу. А. 10‑дан ашыу сиркәүе билдәле; айырыуса етенсе көн А. сиркәүе күп һанлы, уға шәмбене изге һанау, йәндең үлемһеҙлеген инҡар итеү, тамуҡ һәм ожмах т‑да тәғлимәт, миссионерлыҡта юғары әүҙемлек, сусҡа итен, ҡәһүәне тыйыу һ.б. хас. Рәсәйҙә етенсе көн А. сиркәүе 19 б. 80‑се йй. уртаһынан йәшәп килә, 1997 й. уға эйәреүселәр һаны 46800‑ҙән ашыу була. Рәсәй етенсе көн А. союзының үҙәк органы Тула өлк. Заокский ҡасабаһында урынлашҡан. Башҡортостанда етенсе көн А. сиркәүенең беренсе общинаһы 20 б. 40‑сы йй. башында Архангел р‑ны Казанка а. барлыҡҡа килә. 70‑се йй. башына Сибай, Учалы ҡҡ. общиналар ойошторола; Өфөлә етенсе көн А. йәшерен ғибәҙәтханаһы эшләй. 1984—89 йй. Сибай һәм Өфө общиналары рәсми теркәлә. 1998 й. башына БР‑ҙа етенсе көн А. сиркәүендә 760‑ҡа яҡын ағза; 2000 й. 34 дини ойошма була, 2009 й. — 12.

Әҙәб.: С доброй вестью к своим соотечественникам: история церкви христиан адвентистов седьмого дня в России. Тула, 1996.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: