Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОТЕСТАНТЛЫҠ

Просмотров: 1392

ПРОТЕСТАНТЛЫҠ, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. Төрлө дини ағымдарҙы берләштерә. П. католицизмдан Реформация барышында айырылып сыға. П. Богородица, изгеләр, иконалар культы танылмай, изге дини йолалар һаны 2 генә (суҡындырыу һәм Алла бәрәкәтенә ҡушылыу). П. руханиҙарҙы ябай дин хеҙм‑рҙәренә ҡаршы ҡуйыу, сиркәү иерархияһы, монахлыҡ институты, целибат (руханиҙарҙың никахҡа инмәүе) юҡ. Дин ғилеме сығанағы — Библия. 16 б. лютеранлыҡ, кальвинизм, меннонитлыҡ, англиканство П. төп ағымдары була. 17—19 бб. — баптизм, адвентизм, пятидесятниклыҡ, һуңғы көндәр изгеләренең ИисусХристос сиркәүе (ҡара: Мормондар), 20 б. неопротестантизм (ҡара: Хәҙерге дини хәрәкәттәр) барлыҡҡа килә. Башҡортостанда П. юлын тотоусылар 18 б. 1‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1877 й. Өфө губернаһында Инжил христиандары, лютерандар, меннониттар һ.б. протестант була. Респ. протестанттарҙың дини үҙәктәре эшләй: БР Инжил христиан‑баптистарының төбәк берекмәһе, БР Инжил дине христиандары (пятидесятниктар) сиркәүҙәренең төбәк берекмәһе, “Бөйөк бурыс” Инжил Дине Христиандары Сиркәүе Ассоциацияһының Үҙәк дини ойошмаһы (2009). Таралған ағымдар: адвентистар, Инжил христиан‑баптистары, апостолдар рухындағы Инжил христиандары, пятидесятниктар, инжил дине христиандары.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019