Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.

Просмотров: 1192

“АУЫЛ ХАЛҠЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы органы. 1917 й. июне — сентябрендә Өфө ҡ. иҫке башҡ. телендә сыға. Шәреҡ һәм Тормош гәзите типографияларында баҫыла. “Ер һәм ирек өсөн көрәшкәндә генә үҙ хоҡуғыбыҙҙы алырбыҙ!” лозунгыһы менән нәшер ителә. Ауыл хужалығы, хәрби һәм халыҡ‑ара темаларға мәҡәләләр баҫыла. Сентябрҙә Ирек һәм Һалдат теләге гәзите менән берләшә һәм Беҙҙең юл исеме менән сыға башлай.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023