Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТАЛОВА Рима Аҡбирҙе ҡыҙы

Просмотров: 1493

БАТАЛОВА Рима Аҡбирҙе ҡыҙы [1.1.1964, БАССР‑ҙың Туймазы районы Саҡты а. (БР‑ҙың Шаран районы)], спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура академияһын тамамлаған (1996). Спартак ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.З.Буйлов). 1990—2011 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә күнекмәләр ала (тренеры Г.И.Алексеев). 100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 м дистанцияға йүгереү буйынса Паралимпия уйындары чемпионы (13 тапҡыр; 1988, 1992, 1996, 2000, 2004, 2008), көмөш (1992, 2004) һәм бронза (1988, 2004) призёры; 18 тапҡыр донъя чемпионы; 43 тапҡыр Европа чемпионы; күп тапҡыр СССР, Рәсәй чемпионы; күреү буйынса спортсы-инвалидтар араһында 18 тапҡыр донъя рекордсыһы. СССР (1981 й. алып), БДБ (1992 й. алып), Рәсәй (1993—2011) йыйылма командалары ағзаһы. РФ Дәүләт думаһының 6—8‑се саҡырылыш депутаты. “Шәхси батырлыҡ өсөн” (1992), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2002), Почёт (1996), Дуҫлыҡ (2006, 2010), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2000), Халыҡтар дуҫлығы (2019), Салауат Юлаев (2004), Григорий Аксаков (2022) ордендары, 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2022) менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. Б. исеме менән БР спорт әҙерлеге үҙәге аталған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023