Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКИРГРАЖДАНПРОЕКТ”

Просмотров: 1301

“БАШКИРГРАЖДАНПРОЕКТ” проект институты, ЯАЙ. Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостанда тәүге дәүләт проект ойошмаһы. 1929 й. “Башгоспроект” Башҡ‑н дәүләт проект бюроһы булараҡ асыла, 1932 й. алып гражданлыҡ ҡоролмаларын проектлау, геодезик эштәр башҡарыу, төҙөлөштәрҙе һәм а.х. ҡараған ерҙәрҙе инвентаризациялау б‑са “Башгоспроект” Башҡ‑н дәүләт тресы, 1935 й. — ҡалаларҙы проектлау б‑са “Башпрогор” Башҡ‑н дәүләт тресы, 1937 й. — “Башпроект” Башҡ‑н дәүләт проект‑планлаштырыу тресы, 1951 й. — “Башпроект” Респ. проект контораһы, 1958 й. — “Башпроект” Башҡ‑н проект ин‑ты, 1964 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1996 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: ҡала төҙөлөшө, гражданлыҡ төҙөлөшө объекттарын, инженерлыҡ инфраструктураһын проектлау. Институт составында ген. план оҫтаханаһы, 1‑се, 3‑сө, 5‑се комплекслы оҫтаханалар, авторлыҡ күҙәтеүе үҙәге, 6 бүлек. 2010 й. 279 кеше эшләгән. Институт Баймаҡ, Белорет, Ишембай, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һ.б. ҡалаларҙың, ш. уҡ Ҡыҙыл, Ленинакан, Сочи, Трёхгорный, Һамар, Әшә, Яңы Уренгой ҡҡ. ген. пландарын, планлаштырыу, төҙөү, төҙөкләндереү, терр‑яларын инженерлыҡ әҙерләү, коммуникация проекттарын эшләй. Институт проекттары б‑са Өфөлә “Башҡортостан”, “Россия” ҡунаҡханалары, БДУ, БДМУ, БДПУ, Милли банк, “Нур” театры, “Өфө‑Арена” универсаль спорт аренаһы, “Өфө уттары” күңел асыу комплексы, “Семья” сауҙа‑сервис комплексы, Сәнғәт училищеһының концерт залы, Актёрҙар йорто биналары һ.б. төҙөлгән; Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы, “Динамо” стадионы, Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәге һынлы сәнғәт гимназия‑интернаты бинаһы һ.б. реконструкциялана.

Дир.: В.Н.Чаплиц, Н.И.Чувашов, П.М.Ершов, П.Г.Пономарёв, П.В.Иванов, Х.А.Зәбиров, С.Д.Устюжанин, М.Н.Сәхәүетдинова; К.Л.Латипов (1940 й. алып), Б.Ғ.Кәлимуллин (1943 й. алып), Г.С.Ригер (1944 й. алып), П.С.Колосов (1947 й. алып), А.Ф.Козлов (1965 й. алып), А.И.Пучков (1984 й. алып), М.Т.Уйманов (1988 й. алып), В.С.Иваневский (1996—98 йй., 2000 й. алып), Р.Р.Әүсәхов (1998 й. алып), Р.Н.Зубов (2006 й. алып), Б.Б.Яҡупов (2008 й. алып), В.О.Баварский (2009 й. алып).

В.О.Баварский

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019