Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН ХӘБӘРҘӘРЕ”, гәзит

Просмотров: 1409

“БАШҠОРТОСТАН ХӘБӘРҘӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит (ҡара: Башҡортостан). Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты һәм Башҡортостан хәрби комиссариатының сәйәси бүлеге, 1921 й. алып БашҮБК һәм РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. Стәрлетамаҡ ҡ. көн һайын иҫке башҡ. телендә сыға. 1919 й. 14 сентябренән алып 1921 й. 27 ғинуарына тиклем һәм 1921 й. 12 апреленән башлап 1922 й. 25 сентябренә тиклем нәшер ителә. “Б.х.” өлкә партия конференциялары материалдары, иҡтисади, сәйәси, хәрби һ.б. темаларға мәҡәләләр, урындағы һәм үҙәк власть органдары бойороҡтары, Башҡортостан ХРК эшмәкәрлеге яҡтыртыла. Мөхәррирҙәре: Б.И.Луганский, И.Рәхмәтуллин, А.Н.Йәғәфәров, Х.Й.Йомағолов, З.Мозаффари, З.Шәрҡи, Д.Юлтый, Х.Лотфи, Ф.Жданов, Г.Б.Ҡарамышев.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.02.2024