Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ

Просмотров: 2321

БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, АСБР‑ҙың Хәрби‑революцион комитеты, Башревком, АСБР-ҙа властың юғары органы. 1919 й. мартында Орск өйәҙе Темәс а. төҙөлгән Башҡ. респ. Ваҡытлы революцион ком‑ты нигеҙендә ойошторола. Апр. алып Саранск ҡ., авг. — Стәрлетамаҡ ҡ. урынлаша. 1919 й. 22 февр. эш башлай һәм АСБР‑ҙа Башҡорт хөкүмәте вәкәләттәрен туҡтата. РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК‑на һәм ХКС‑ына буйһона. Башҡ‑н ХРК составына рәйес, АСБР халыҡ комиссарҙары, АСБР ХХС‑ы рәйесе, информацион‑агитацион‑ойоштороу һәм бүлеү бүлектәре мөдирҙәре ингән. Башҡ‑н ХРК Башҡ‑н ХРК вәкилдәре советы (1919 й. май— авг.), кантон ХРК‑лары (1919 й. сент. алып) һәм АСБР халыҡ комиссариаттары эшмәкәрлеге м‑н етәкс. итә. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1919 й. 15 сент. “Башҡортостан революцион комитетына идара итеүҙең бөтә аппаратын биреү һәм Башҡорт Совет Республикаһы территорияһында идара итеүҙе ойоштороу тураһында” ҡарарына ярашлы дәүләт власы органдары системаһын ойоштора һәм РККА‑ға мобилизация үткәрә. РСФСР составында АСБР‑ҙың юридик статусы (ҡара: “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”) т‑да РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑ы м‑н фекер айырымлыҡтары булыу сәбәпле, 1920 й. 16 июнендә 1‑се составтағы Башҡ‑н ХРК үҙ эшен туҡтата. 26 июндә төҙөлгән 2‑се составтағы башҡ‑н ХРК АСБР Советтарының 1‑се съезы (ҡара: Советтар съездары) саҡырылышын әҙерләй. Башҡ‑н ХРК 1920 й. 25 июлендә АСБР Советтарының 1‑се съезы тарафынан бөтөрөлә, уның вәкәләттәре Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетына һәм АСБР ХКС‑ына тапшырыла. АСБР ХРК рәйестәре: Ғ.Б.Ҡарамышев (1919 й. февр.—майы, вазифа башҡарыусы), Х.Й.Йомағолов (1919 й. майы — 1920 й. ғин.), Ә.Ә.Вәлидов (1920 й. февр.—июне) Ф.С.Мансырев (1920 й. июнь—июле). “Башҡортостан хәрби инҡилаби комитетының мөхбире” гәз. нәшер итә, “Известия Башкирского военно‑революционного комитета и центрального бюро коммунистов (большевиков) Советской Башкирии” гәз. ойоштороусыларҙың береһе була.

Әҙәб.: Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002; Зайтунов Р.Б. Деятельность Башкирского военно‑революционного комитета. Уфа, 2008.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.12.2019