Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАМЫШЕВ Гәрәй Батыргәрәй улы

Просмотров: 1477

ҠАРАМЫШЕВ Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы [8.7.1888, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 1922 й. сентябре, Стәрлетамаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡарамышевтар нәҫеленән. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы, 1921 й. ағзалыҡтан сығарыла. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1907). 1917 й. тиклем Өфө һәм Ырымбур губерналары мәктәптәрендә уҡыта. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша (Мәскәү ҡ., 1917 й. 1—11 майы). 1917 й. башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең ер башҡармаһы, Башҡ. шураһы рәйесе, 1918 й. — Башҡорт хөкүмәтенең ер төҙөлөшө бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта сентябрҙән Тулҡын бөтә башҡ. йәштәре союзы рәйесе. 1919 й. февралендә Бөтә башҡорт хәрби съезын ойоштороуҙа ҡатнаша, 22 февралдән башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары. Марттан алып АСБР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, майҙан Башҡ. өлкә комитеты рәйесе. 1920 й. алып БашҮБК ағзаһы. 1920 й. ноябрендә БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡ. ХХС‑ы делегацияһы составында баш күтәреүселәр отрядтары етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша (ҡара: Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы), һөҙөмтәлә 26 ноябрҙә Темәс а. ихтилалды туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Маҡар а. Ҡ. исеме китапханаға бирелгән, мәҙәниәт йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

М.М.Ҡолшәрипов, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.03.2023