Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ ИНҠИЛАБИ КОМИТЕТЫНЫҢ МӨХБИРЕ”, гәзит

Просмотров: 1142

“БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ ИНҠИЛАБИ КОМИТЕТЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының хәбәрҙәре”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хәрби‑революцион комитеты органы. Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Темәс а. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. 1919 й. март‑апрелендә (Башҡорт ғәскәре совет власы яғына күскәндән һуң) “Йәшәһен социализм нигеҙенә ҡоролған Россия шуралар йөмһүриәте!”, “Йәшәһен сикләнгән ерле хөр башҡорт иле!” лозунгылары аҫтында нәшер ителә. Тәүге һанында “Нигә шуралар яғына сыҡтыҡ?” мәҡәләһе, Ш.Бабичтың “Яраштыҡ” шиғыры, Башҡорт хөкүмәтенең фармандары, бойороҡтары һәм ҡарарҙары баҫтырыла. Башҡортостан ХРК Саранск ҡ. күскәс ябыла.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2024