Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ

Просмотров: 1024

БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантон Орск өйәҙенең 12 улусынан төҙөлә. Төньяҡта Тамъян‑Ҡатай кантоны, көнсығышта Ырымбур губернаһы, көньяҡта Үҫәргән кантоны, көнбайышта Ҡыпсаҡ кантоны һәм Юрматы кантоны менән сиктәш була. Административ үҙәге — Темәс ауылы. Майҙаны — 15906 км2. Халҡы 1920 й. — 103418 кеше.

 Һабын ҡайнатыу һәм күн заводтары, Түбә бегун фабрикаһы эшләй. 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс 110 мәктәп, 4 дауахана (1922), 6 китапхана (1921) була.

 1922 й. 5 октябрендә бөтөрөлә, уның территорияһы (БайназарҠыпсаҡ, 1‑се Бөрйән, 2‑се Бөрйән, 3‑сө Бөрйән, 5‑се Бөрйән, Бөрйән‑Таналыҡ, Воскресенка, Ҡананикольский, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ, Преображенка, Свобода, 1‑се Түңгәүер һәм 2‑се Түңгәүер, Яңы Никольск улустары) Йылайыр кантоны составына инә. Кантон Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы үҙәге була.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2023