Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФАНТАСТИКА

Просмотров: 1031

ФАНТАСТИКА (гр. phantastiké хыял итеү сәнғәте) х у д о ж е с т в о л ы ә ҙ ә б и ә т т ә: тормошто сағылдырыу формаһы, ысынбарлыҡтағы хәлваҡиғалар нигеҙендә логик яҡтан уларға тап килмәгән (“ғәҙәттән тыш”, “мөғжизәле”) Донъя картинаһын тыуҙырыу. Ф. өсөн юғары дәрәжәлә шартлылыҡ, реаль логик бәйләнештәрҙе һәм законлыҡтарҙы, тасуирланған объекттың тәбиғи пропорцияларын һәм формаларын асыҡтан-асыҡ боҙоу хас. Донъяның фантастик картинаһында кешенең ысын — соц. һәм рухи — йәшәйешенең үҙгәртелгән формалары сағыла. Фантастик образдың художестволы эффекты эмпирик ысынбарлыҡтан ҡапыл тайпылыу иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла, шуның өсөн төрлө фантастик әҫәрҙең нигеҙендә фантастика һәм реаллектең ҡапма‑ҡаршылығы ята. Ф. сығанаҡтары — мифтарҙы ижад иткән халыҡтың поэтик аңында (ҡара: Мифология), фантастик күҙаллауҙар әкиәттәр, хөрәфәти хикәйәләр, легендалар, героик эпостарҙың нигеҙендә ята. Ф. әҙәбиәт м‑н бергә үҫешә,идеялар, ынтылыштар һәм ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙең төрлө ысулдары м‑н ирекле ярашып килә. Башҡорт әҙәбиәтендә Ф. башлыса кеше тормошо һәм донъя яралыуының асылын аңлауға, кешенең булмышын асыҡлауға ынтылыу һәм уның Йыһан м‑н үҙ‑ара бәйләнешен аңлауға йүнәлтелгән. М.К.Әһлиуллиндың “Йылансая мажаралары” (1981) повесында Көньяҡ Уралдағы бик боронғо кешеләрҙең тормошо һүрәтләнә. Ф.Ф.Аҡбулатованың “Зәңгәр ҡаялар” (1997) йыйынтығына ингән әҫәрҙәрендә көсөргәнешле сюжет һәм фантасмагорик ваҡиғалар әҙәп‑әхлаҡ проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. Н.Ғәйетбайҙың “Ҡара ҡумта”, “Хушлашыу”, “Сит планетала” (бөтәһе лә — 1990), “Ҡара ҡумта—2”, “Эҙәрләү”, «“Ҡарсыға” менән алыш”» (бөтәһе лә — 1993) фантастик‑мажаралы повестарында сит планетанан килгән Әмиләнең ер кешеләре м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәттәре тасуирлана. Ф.Ә.Исхаҡова фәнни гипотезаға художестволы форма бирә һәм уны образдарҙа сағылдыра: “Кеше—күсермә” романы, “Таң алдынан ҡайтырмын” повесы, “Бүрегә һунар” (бөтәһе лә — 1996), “Тере таш” (2003) һ.б. хикәйәләре. А.Ш.Мағазовтың “Эҙләр инем, эҙең юҡ” (1990) повесында хәҙ. заман ваҡиғалары киләсәк м‑н матур итеп үрелә; геройҙарҙың үҙ‑ара мөнәсәбәттәренә эскерһеҙлек, дөрөҫлөккә ынтылыш хас. К.М.Хәмитовтың “Серле сигналдар эҙенән” (1971), Б.З.Рафиҡовтың “Лоулла” (1981; башҡ. телендә), “Йыһан азаматтары”, “Һуҡайлының һуңғы байрамы” (икеһе лә — 1987) повестарында Йыһанда сәйәхәт иткән һәм яңы донъяларҙы асҡан кешеләр т‑да хикәйә ителә. С.Я.Сәлимгәрәевтең “Еңелмәҫ Яныш” (1997) повесы Яныш исемле роботтың мауыҡтырғыс мажаралары т‑да һөйләй. Ә.Үтәбайҙың “Һағыныу” (1992) йыйынтығына ингән хикәйә һәм повестарында лирик уйланыуҙар донъяны фантастик ҡабул итеү м‑н үрелеп бирелгән. Драматургияла Ф. фантасмагория, реаллек м‑н уйҙырманы бутауға ҡорола. Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур” (1995) драмаһында уйлап сығарылған донъя геройға ысынбарлыҡта булып ятҡан хәлдәрҙе тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Художестволы текст элементы йәки художестволы алым булараҡ Ф. (уйҙырма) төрлө жанр әҫәрендә урын алырға мөмкин, мәҫ., З.А.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1964; урыҫса тәржемәһе, 1988) әкиәте, М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” (1976; урыҫса тәржемәһе, 1977) автобиографик повесы һ.б.

Ф.Ә.Исхакова, М.Р.Сынбулатова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: