ФИНАНС‑ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ
ФИНАНС‑ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ, 1931 й. июнендә Өфөлә Башҡ. финанс‑иҡт. техникумы булараҡ асыла, 1945 й. мартынан Өфө финанс‑иҡт. техникумы, 1945 й. июненән финанс техникумы, 1992 й. алып Өфө финанс‑иҡт. колледжы, 2005 й. — РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс ун‑ты (Мәскәү) филиалы. 1931—33 йй. сент. Бөрө ҡ. урынлашҡан. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә банк эше, менеджмент, хоҡуҡ фәне, страховкалау эше, финанстар, иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 6 компьютер класы, китапханаһы, тренажёр һәм уҡыу залдары, 2 ятағы, саңғы базаһы бар. 22 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009), улар араһында Н.Асанбаев, Х.Ғ.Ғәҙелшин, Ш.С.Сөләймәнов, М.Ш. Сәғитдинов, Р.Р.Яруллин.
И.Р.Зарипова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина