Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИН-УҒЫР ҠӘБИЛӘЛӘРЕ

Просмотров: 1184

ФИН-УҒЫР ҠӘБИЛӘЛӘРЕ, хәҙерге күп фин-уғыр халыҡтарының барлыҡҡа килеүе нигеҙ булған ҡәбиләләрҙең дөйөм атамаһы. Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һәм 12—13 бб. башҡа Көнбайыш Европа авторҙарының хеҙмәттәрендә телгә алына. Ф.‑у.ҡ. тыуған ере бәхәсле булып ҡала: О.Н.Бадер, П.Н.Третьяков, А.Х.Халиҡов һ.б. фекере б-са, Ф.‑у.ҡ. Урта Волга һәм Кама буйында ойошҡан; В.А.Иванов, Р.Ғ. Кузеев, В.В.Напольских һ.б. фекеренсә, көнбайышта Уралдан алып көнсығышта Енисей й. басс. һәм Алтай-Саян таулығына тиклем терр‑яла формалашҡан. Мезолит дәүерендә берҙәм фин‑уғыр берлеге булған, неолит осоронда ул Волга‑Кама, Урал һәм Урал аръяғы терр‑яһына таралып ултырған самодий һәм Ф.‑у.ҡ. тарҡалған, тип фараз ителә. Б.э.т. 3—2 мең йыллыҡтарҙа Ф.‑у.ҡ. уғыр (Урал аръяғы, Көнбайыш Себер) һәм фин-пермь (Кама буйы, Урта Волга буйы) тармаҡтарына айырыла. Неолит дәүерендә Ф.‑у.ҡ. монголоид һәм европеоид төркөмдәр м‑н ҡушылыуы һөҙөмтәһендә субурал антропологик тибы барлыҡҡа килә. Бронза быуатында Ф.‑у.ҡ. Урал‑Кама буйында булыуы — Межа мәҙәниәте, Волосов, Позняков, Ҡазан эргәһе мәҙәниәттәре, Черкаскүл мәҙәниәте, тимер быуат башында Ананьин мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте ҡомартҡыларында һ.б. сағылыш таба. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше ваҡытында Ф.‑у.ҡ. Паннонияға (боронғо венгрҙар), Көньяҡ Уралға (Көнбайыш Себер уғырҙары) күсеп ултырғас, унда Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте һ.б. ҡомартҡылары барлыҡҡа килә. Көньяҡ Уралдағы Ф.‑у.ҡ. артабанғы үҫешенә уғыҙҙар, бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар һ.б. төрки ҡәбиләләр йоғонто яһай. Ф.‑у.ҡ. Волга-Урал тарихи‑этнография өлкәһенең күпселек халыҡтарының, ш. иҫ. ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, башҡорттарҙың, формалашыуында ҡатнаша. Һабан игенселеге, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре Ф.‑у.ҡ. төп шөғөлдәре булған. Шулай уҡ ҡара: Фин-уғыр телдәре.

Әҙәб.: П а т р у ш е в В.С. Финно‑угры России (II тыс. до н.э. — начало II тыс. н.э.). Йошкар‑Ола, 1992; Н а п о л ь с к и х В.В. Введение в историческую уралистику. Ижевск, 1997; К а з а к о в Е.П. Волжские болгары, угры и финны в IX—XIV вв.: проблемы взаимодействия. Казань, 2007.

В.А.Иванов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: