Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ

Просмотров: 1086

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ, традицион, нығынған, ритмик тәртиптәге һүҙ конструкциялары. Ф.ф. фольклор поэтикаһының характерлы күренештәренең береһе булараҡ традицияның мөһим терәге булып тора. Тамамланған фекер итеп бирелә. Ф.ф. төрҙәре 1) инициаль (башлаусы), мәҫ., бәйеттәрҙең башы: “Бисмилла итеп башланым был бәйеттең баштарын”, әкиәт башы һ.б.; 2) медиаль, мәҫ., батырҙарҙың үҫеүе формулаһы: “Көн үҫәһен сәғәт үҫкән” һ.б.; 3) финал, мәҫ., әкиәттәрҙең традицион тамамланыуы: “Әкиәтем ары, үҙем бире” һ.б. Әҫәрҙән әҫәргә, жанрҙан жанрға күсәләр, мәҫ., дошмандарҙың эпостағы һәм әкиәттәге диалог формулаһы: “Алыштанмы, атыштанмы?”. Ф.ф. фольклор тексын хәтерләүгә һәм уны традициялар сиктәрендә артабан тапшырыуға булышлыҡ итә.

Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: