Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАДИЦИЯЛАР

Просмотров: 1372

ТРАДИЦИЯЛАР (лат. traditio — тапшырыу), тарихи яҡтан формалашҡан соц. мөнәсәбәт нормалары һәм хужалыҡ- мәҙәни эшмәкәрлек оҫталығы. Т. айырым соц. төркөмдәр (ғаилә, ҡатлам, этнос һ.б.) өсөн хас булып, донъяға ҡарашты, дини инаныуҙарҙы, йолаларҙы, хужалыҡ үҫешен һ.б. сағылдыра. Быуындан-быуынға соц. һәм мәҙәни тәжрибәне тапшырыу өсөн хеҙмәт итә. Башҡорттарҙа Т. ярым күсмә малсылыҡ (ҡара: Күсмәтормош, Һыйырсылыҡ) м‑н ултыраҡ игенселек (ҡара: Ултыраҡ тормош) нигеҙендә барлыҡҡа килә (ҡара: Хужалыҡ-мәҙәни типтар). Башҡортостандың геогр. шарттары һәм тәбиғәт ресурстары традицион кәсептәрҙең үҫешен билдәләй. Хужалыҡ алып барыу үҙенсәлектәре һөнәрселектең алға китеүенә булышлыҡ итә. Башҡорттар йәйләүҙә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) аласыҡ, бурама, ҡыуыш, тирмәлә, даими торамаларҙа (ҡара: Ауыл) бурап йәки самандан (көньяҡ райондарҙа) һалынған йорттарҙа йәшәгән. Башҡорт торлағының архитектур, функциональ һәм эске биҙәлешле традицион интерьерҙа асыҡ күренә. Башлыса малсылыҡ-игенселек хужалығы ризыҡтары, ярма, ш. уҡ кейек ите, балыҡ, бал, тамыраҙыҡ, үлән, емеш-еләк ашағандар. Әҙәп-әхлаҡ нормалары (ҡара: Әхлаҡ, Этика) һәм йолалар нигеҙендә йола хоҡуғы барлыҡҡа килгән, ул шәриғәт м‑н бер рәттән ер, милек (ҡара: Ерҙе файҙаланыу), йәмәғәт, ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен һәм башҡ. общинаһы тормошоноң башҡа яҡтарын көйләгән. Элек-электән йәмәғәт, миҙгел (ҡара: Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Халыҡ календары, Һабантуй, Малсылыҡҡа бәйле йолалар), кеше ғүмеренең иң мөһим осорҙарына бәйле ғаилә байрамһәм йолаларын [тыуым (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар), үлем (ҡара: Ерләү йолалары), балалыҡтан өлгөргәнлеккә, унан ҡартлыҡҡа күсеү, ғаилә ҡороу (ҡара: Туй йолалары)] үткәргәндәр. Традицион һөнәрҙәр һәм матурлыҡтөшөнсәһе т‑дағы күҙаллауҙар (ҡара: Эстетика) нигеҙендә биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең төрлө төрҙәре үҫеш ала; башҡорттарҙың эстетик зауығы бигерәк тә башҡорт кейемендә һәм традицион биҙәүестәрҙә сағылыш тапҡан. 19 б. уртаһында дәүләттең төбәктә үткәргән ер сәйәсәте һөҙөмтәһендә күп кенә хужалыҡ алып барыу алымдары юғалтыла; революциянан (1917) һуң дини һәм күмәк йыйындар үткәреү тыйылып (ҡара: Атеизм), яңы ижт.‑сәйәси байрамдар булдырыла. 20 б. уртаһында Башҡортостанда традицион байрам, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәт яңынан үткәрелә башлай, ауыл ерендә һөнәрселек тергеҙелә. Башҡорттарҙың традицион милли мәҙәниәт темаһы һынлы сәнғәттә, биҙәү-ҡулланма, музыка, театр сәнғәтендә сағылыш тапҡан. Милли муз.-поэтик мираҫ Т. халыҡ музыкаһында, халыҡ бейеүҙәрендә, башҡарыу оҫталығы Т. халыҡ йырсылары һәм музыканттары, халыҡ театрҙары, фольклор ансамблдәре ижадында күренә. Милли мәҙәниәткә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү өсөн милли кейем тегеү, йыһаз, мебель һ.б. интерьер әйберҙәре эшләү (ҡара: “Ағиҙел”, Башҡортостан производство комбинаты, Мода йорто, Мода үҙәге һ.б.) пр‑тиелары асыла. 20 б. аҙ. — 21 б. башынан респ. башҡ. халҡын берләштереүгә һәм милли мәҙәниәтте тергеҙеүгә йүнәлтелгән милли сәйәсәт тормошҡа ашырыла. “Аҡ тирмә” Бөтә башҡорт милли мәҙәниәт үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), “Урал” Башҡ. халыҡ үҙәге һ.б. башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре, халыҡ ижады үҙәге, тарихи- мәҙәни үҙәктәр ойошторола.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.). Уфа, 2006; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.-этногр. очерки. Уфа, 2006; Я н г у з и н Р.З., Х и с а м е т д и н о в а Ф.Г. Коренные народы России. Башкиры. Уфа, 2007.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.В.Хәкимова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019