Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ

Просмотров: 1144

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ, +1-ҙән алып +5‑кә тиклем окисланған дәрәжәле фосфорҙың кислородлы к‑талары. XYP(O) OH (X, Y — кислород, фосфор, водород атомдары йәки органик радикал) структура берәмектәренән тора (ҡара: Фосфорорганик берләшмәләр). Уларға ш. уҡ юғары фосфор к‑талары инә (ҡара: Органик булмаған пероксидтар). Тере организмдарҙа аденозинфосфор к‑талары бар. Фосфорҙың пентаоксидына ҡушылған һыу молекулалары һаны б‑са мета‑, орто‑, пирофосфор к‑талары; PO43- тетраэдрлы төркөмдәренең фосфат комплекстарына берләшеү ысулы б‑са — поли‑ (сылбырҙар), мета‑ (ҡулсалар), ультра‑ (селтәрле, тармаҡлы структуралар) фосфор к‑талары; фосфор атомының окисланыу дәрәжәһенә ҡарап фосфин, фосфоник, фосфорлыраҡ (+1), гиподифосфор (+2), фосфоник, фосфорлы (+3), фосфорноватик (гипофосфор; +4), ортофосфор (ысын фосфор к‑таһы; +5) к‑талары, ш. уҡ төрлө окисланыу дәрәжәһендәге фосфор атомдары булған к‑талар айырыла; нигеҙлек һаны б‑са бер‑, ике‑, өс‑, дүрт‑, биш‑, алты‑ (цикллы) нигеҙле; пероксотөркөмдәрҙең урынлашыу тәртибенә ҡарап — пероксофосфор, пероксопирофосфор к‑талары; ш. уҡ Р—Р һәм Р—О—Р бәйләнешле к‑талар айырыла. Һыуҙа эреүсәндәр, ҡайһы берҙәре кристалл формаһында бүленә. Ҡуйыртылған Ф.к. тирене бешерә, тештәрҙең ваҡланыуына, ҡан формулаһының үҙгәреүенә һ.б. килтерә. Фосфорлыраҡ к‑таны гипофосфиттарҙың көкөрт һәм ҡуҙғалаҡ к‑талары м‑н, фосфиндың йод м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә, фосфорлы к‑таны хлорлы эзбиздың фосфор м‑н, фосфорлы к‑та эретмәһенең, фосфорҙың кислород м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе; фосфорлы к‑таны уның тоҙҙарының көкөрт к‑таһы м‑н, фосфор (III) хлоридын гидролизлап һ.б. ысулдар м‑н алалар; пирофосфор к‑таһын — тетрафосфор гексаоксидының ортофосфор к‑таһы м‑н үҙ‑ара тәьҫир итештереп һәм артабан кристаллаштырып, бешекләп, ион алмашыныу юлы м-н, ортофосфор к‑таһын фосфорҙы кәрәгенән артыҡ һауала яндырып, артабан гидратациялап һәм абсорбциялап (термик), тәбиғи фосфаттарҙы көкөрт к‑таһы м‑н тарҡатып һәм артабан экстракциялап (экстракцион) алалар; конденсирланған к‑таны — Ф.к. һыуҙы айырып анионлы конденсацияға дусар итеп алалар. Ашламалар (ш. иҫ. фосфорлы ашламалар), синтетик йыуыу саралары, махсус быяла һ.б. эшләү өсөн; металл эшкәртеүҙә, аҙыҡ‑түлек, мед. сәнәғәтендә һ.б.; ҡуйыртылған полифосфор к‑талары органик синтезда; фосфорлыраҡ к‑та — никель м‑н ҡаплау процесында, полимерҙарҙы стабилләштереү (полиамидтар, поливинилхлорид) һ.б. өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда Өфө НЭЗ‑ында 1938 й. фосфор катализаторы эшләү үҙләштерелә. Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ, НИИнефтехим м‑н берлектә 50‑се йй. Өфө НЭЗ‑ында, 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) производствоға индерелгән фосфор катализаторы өсөн таратыусы эшләнә. 1956 й. алып Өфө синтетик спирт з‑дында фосфор катализаторы спирт производствоһында, “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда 70—80‑се йй. пропилен олигомерҙары производствоһында ҡулланыла. Мәләүез химия з‑дында (ҡара: “Минудобрения”) 1975 й. һары фосфорҙан термик Ф.к. етештереү, 1981 й. — апатит концентратынан экстракция к‑таһы (уның нигеҙендә комплекслы ашламалар, аҙыҡ преципитаты, коррозия ингибиторҙары сығарыла), 1982 й. алып полифосфор к‑таһы етештереү үҙләштерелә. Ф.к. тутыҡты әүерелдереү производствоһында (“Авангард”, “Каучук” пр‑тиелары), фосфатлау ҡатышмаһы составында (“Автонормаль”, “Электроаппарат”, “Уфаатомхиммаш” һ.б.; ҡара: Гальванотехника, Һаҡлағыс ҡаплауҙар) ҡулланыла. 70—90‑сы йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) полифосфор к‑таһын модификациялау үткәрелә (ҡара: Органик булмаған полимерҙар), фосфон к‑таһы холин эфирҙарының эске тоҙҙарын синтезлау эшләнә.

Г.М.Сәфәрова

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: