Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРОЛОВА Ирина Васильевна

Просмотров: 1246

ФРОЛОВА Ирина Васильевна (12.4.1970, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ның тарих факультетын (1992) һәм Хоҡуҡ институтын (2003) тамамлаған, 1996—2013 йй. һәм 2017 й. алып шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 2009 й. башлап Идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте проблемалары ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, 2015 й. алып Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының фәнни эштәр буйынса проректоры, 2017 й. — БДУ‑ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре политология, социаль философия проблемаларына, хәҙерге көнбайыш философияһы, утопия философияһы, сәйәси философияға арналған.

  Х е ҙ м.: Социальная утопия: тип сознания, идеал и эксперимент. Уфа, 1997 (авторҙ.); Оправдание утопии: опыт социально-философской реконструкции. Уфа, 2004; Современное социогуманитарное познание: опыт применения принципа дополнительности. Уфа, 2009 (авторҙ.); Успех: социально‑философская концептуализация. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Р.Х.Лоҡманова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.01.2023
Связанные темы рубрикатора: