Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФУТОРЯНСКИЙ Леонид Иосифович

Просмотров: 1030

ФУТОРЯНСКИЙ Леонид Иосифович (6.5.1928, Киев ҡ. — 23.7.2019, Ырымбур ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1977). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974). Чкалов педагогия институтын тамамлағандан һуң (1952) Абдуллино педагогия училищеһында эшләй, 1955 й. алып Ырымбур ҡ. мәктәптәрендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директор. 1964 й. башлап Ырымбур педагогия университетында: 1965 й. алып тарих-филология факультеты деканы урынбаҫары, 1969 й. — деканы, 1973—98 йй. Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1979—88 йй. фәнни эштәр буйынса проректор. 1999 й. башлап Ырымбур университеты эргәһендәге Көньяҡ Урал тарихы һәм этнографияһы ҒТИ‑нда (2010 й. тиклем директор). Фәнни тикшеренеүҙәре Рәсәй һәм Көньяҡ Уралдың социаль‑иҡтисади һәм сәйәси үҫеше, казак ҡатламы, Граждандар һуғышы тарихына, историографияға, тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған. Ырымбур өлкәһе Тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәттәре союзы рәйесе (1987—96).

 Х е ҙ м.: Казачество России на рубеже веков. Оренбург, 1998; Казачество России в огне Гражданской войны (1918—1920 гг.). Оренбург, 2003; Казачество России на фронтах Великой Отечественной войны. Оренбург, 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023
Связанные статьи: