Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ

Просмотров: 1682

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ, башлыса урындағы тикшеренеүселәр тарафынан илдәге айырым төбәктең (өлкә, респ., адм. йәки тәбиғи район, ҡала һ.б. кеше йәшәгән урындың) тәбиғәтен, халҡын, хужалығын, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү. Комплекслы һәм тармаҡлы Т.я.ө. төрҙәренә бүленә (тыуған яҡты геогр., тарихи, лингвистик, этнографик, топонимик, мед. һ.б. йәһәтенән өйрәнеү). Т.я.ө. сиктәрендә яҙма һәм телдән-телгә күсеп килгән материалдар (башҡ. ауыҙ‑тел ижады, муз. фольклор ҡомартҡылары, шәжәрәләр һ.б.), тәбиғәт өлгөләре (файҙалы ҡаҙылмалар, флора һәм фауна) йыйыла һәм билдәле бер системаға һалына. Башҡортостанда Т.я.ө. эшенең башланыуы Ырымбур экспедицияһы (173444) һәм Академик экспедициялар эшмәкәрлеге м‑н бәйле, уларҙа ҡатнашыусылар топография, картография б‑са материалдар йыйған, башҡорттарҙың йолаларын, байрамдарын, фольклорын, хужалығын һәм көнкүрешен һүрәтләгән. 19 б. — 20 б. башында Т.я.ө. үҫеше Өфө губерна статистика комитеты, губерна земствоһының Статистика ком‑ты (ҡара: Земство статистикаһы), губерна статистика комитеттары, Өфө губерна тыуған яҡты өйрәнеү музейы (ҡара: Милли музей), Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе, ғилми йәмғиәттәр, земстволар, Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте, архив комиссиялары, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте, Истпарт эшмәкәрлеге м‑н бәйле, РФА Археология комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһен (ҡара: Археография комиссияһы) һ.б. ойошмалар төҙөү ҙур әһәмиәткә эйә була (улар тарафынан губерна архивтары, китапхана һәм музейҙар төҙөлә башлай). Этнографик тикшеренеүҙәр башҡорттар тураһында фәнгә нигеҙ һала. Башҡортостанды, унда йәшәгән халыҡтың мәҙәниәтен һәм көнкүрешен өйрәнеүгә А.Е.Алекторов, В.В.Бартольд, Р.Г.Игнатьев, С.Б.Күкләшев, Ф.Д.Нефёдов, Н.В.Ремезов, С.И.Руденко, С.Г.Рыбаков, В.М.Черемшанский һ.б.; геогр. яҡтан Өфө губ. һүрәтләүгә — Н.А.Гурвич, Ырымбур губернаһын яҡтыртыуға Д.Н.Соколов, Э.А.Эверсманн һ.б. эштәре арналған; башҡорттарҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары С.Т.Аксаков, Т.С.Беляев, В.И.Даль, Н.А.Крашенинников, П.М.Кудряшёв һ.б. урыҫ яҙыусыларының әҫәрҙәрендә сағылған. 30—40‑сы йй. Т.я.ө. йәмғиәттәре ябыла. 20 б. 2‑се ярт. тәбиғәтте, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау мәсьәләһенә бәйле яҡты өйрәнеү үҫешә башлай. Республикала Т.я.ө. фәненең тергеҙелеүе Н.Н.Барсов, Г.Ф. һәм З.И. Гудковтар, П.Ф.Ищериков, М.Ғ.Рәхимҡолов, В.А.Скачилов, Ю.А.Узиков, Ф.Д.Әхмәрова һ.б. исемдәре м‑н бәйле. Тәбиғәт ҡомартҡыларын Г.В.Вахрушев, Ә.М.Гәрәев, А.Ә.Мулдашев, Е.В.Кучеров, Б.Н.Павлов, Г.В.Попов һ.б., ауылдарҙы Ә.З.Әсфәндиәров, Б.С.Дәүләтбаев һ.б. өйрәнә. Тыуған яҡты туризм йәһәтенән өйрәнеү үҫешә, Башҡортостан б‑са белешмәләр сығарыла. Тыуған яҡ археографияһын — Р.Б.Болғаҡов, И.Ғ.Ғәләүетдинов, М.Х.Нәҙерғолов, Ғ.Б.Хөсәйенов, З.Я.Шәрипова һ.б. (ҡара: Ҡулъяҙма китап, Иҫке баҫма китап), топонимикаһын — А.Ә.Камалов, Ә.З.Сәйғәфәров, М.Ғ.Усманова, Р.Шәкүр, Ф.Ғ.Хисамитдинова, медицинаһын — А.А.Кулагина, райондарын А.А.Кондратьев, М.С.Түләбаев, Р.И.Үтәғолов, Ғ.Ш.Шәйәхмәтов һ.б. өйрәнә. Республиканың а.х. пр‑тиелары тарихына — Н.Р.Бәхтизин, сәнәғәт тармағы һәм пр‑тиеларына К.С.Баймөхәмәтов, Д.Л.Рахманҡолов, Н.М.Ризуанов һ.б., башҡ. халыҡ музыкаһына Л.П.Атанова, Ф.Х.Камаева, Л.Н.Лебединский, Риф С.Сөләймәнов, Н.В.Әхмәтйәнова һ.б.; халыҡ бейеүҙәре тарихына Л.И.Нагаева, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте традицияларына Ә.Ғ.Йәнбухтинаның хеҙмәттәре арналған. Т.я.ө. фәненең икенсе үҙ аллы тармағы — Өфөнө өйрәнеү — 20 б. аҙ. барлыҡҡа килә (В.Н.Буравцов, Гудковтар, Ю.В.Ергин, И.В.Ниғмәтуллина, Әхмәрова һ.б.). Белем биреү учреждениелары тарихы һәм мәғрифәтселәр эшмәкәрлеге Ҡ.К.Кәримов, Ф.Х.Мостафина, М.Н.Фәрхшатов, Т.М.Әминев, К.Ш.Әхиәров һ.б. (ҡара: Мәктәп ғилеме) хеҙмәттәрендә сағылған. 1989 й. алып Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, 1992 й. — Ф.Әхмәрова ис. Өфө ҡала тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте эшләй, улар фәнни‑тыуған яҡты өйрәнеү конференциялары, уҡыуҙар, семинарҙар үткәрә. Мәктәптә Т.я.ө. төбәк белем биреү компоненты сиктәрендә алып барыла; эҙләнеү һөҙөмтәләре музейҙар, мәктәп йылъяҙмалары, тәбиғәт мөйөштәре һ.б. (ҡара: Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары) төҙөүҙә ҡулланыла. Китап палатаһы, Милли китапхана, китапханалар Т.я.ө. әҙәбиәте фондын булдыра, Т.я.ө. библиографияһы төҙөлә. 90‑сы йй. аҙ. генеалогия, ауыл, пр‑тиелар тарихы, топонимика һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр киң үҫеш ала. Тикшеренеү һөҙөмтәләре нигеҙендә район энциклопедиялары, белешмәләр, Т.я.ө. йыйынтыҡтары сығарыла.

Әҙәб.: В научном поиске. Уфа, 1982.

Ҡ.К.Кәримов, Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: