Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ КҮРГӘҘМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1297

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ КҮРГӘҘМӘЛӘРЕ, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен халыҡҡа күрһәтеү. Халыҡ‑ара, бөтә Рәсәй, төбәк‑ара (зона), респ. һ.б.; стационар, ваҡытлы һәм күсмә; һәр йыл һайын була торған, биеннале (2 йылға 1 тапҡыр), триеннале (3 йылға 1 тапҡыр) һ.б., юбилей; конкурс; шәхси, төркөм м‑н, коллектив; баҫма күргәҙмә, күргәҙмә‑презентация, күргәҙ­мә‑йәрминкә, күргәҙмә‑аукцион; ҡатнашыусыларҙың художество төркөмдәре һәм берекмәләре, ижади союздар һ.б. ҡарағанлығы б‑са; экспозиция составы б‑са: һынлы сәнғәт­тең айырым төрҙәре (рәсем сәнғәте, скульптура, фотосәнғәт һ.б.) һәм жанрҙарына, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте төрҙәренә, художестволы ижад темаларына һәм йүнәлештәренә (ассамбляж, инсталляция һ.б.) арналған Һ.с.к. айырыла.

Башҡортостанда 20 б. 10‑сы йй. алып Һ.с.к. үткәреү Өфө сәнғәт түңәрәге, һуңыраҡ Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетар музейы (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы), Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы һәм Рәссамдар союзы эшмәкәрлеге м‑н бәйле. 1929 й. башҡорт авторҙары сит ил Һ.с.к. (Сан‑Диего ҡ., АҠШ) ҡат­наша. 30‑сы йй. Һ.с.к. социалистик реализм стилендәге, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында агитацион‑патриотик характерҙағы (ҡара: Плакат) әҫәрҙәр өҫтөнлөк ала. 40‑сы йй. уртаһынан скульптура, 50‑се йй. алып баҫма графика, нәфис керамика сәнғәте эштәре барлыҡҡа килә. 60‑сы йй. башлап даими рәүештә “Ағиҙел” ПБ‑ның сувенир һәм бүләккә тәғәйенләнгән изделиеларын һатыу күргәҙмәләре ойошторола. 1974 й. Үҙәк күргәҙмә залында (хәҙ. Өфө художество галереяһы) “Социалистик Урал” зона Һ.с.к., 1997 й. “Урал” төбәк Һ.с.к. үт­кәрелә. 80‑се йй. 2‑се ярт. алып мәҙәниәт һарайҙары, уҡыу йорттары һәм студент клубтары базаһында йәштәр Һ.с.к. ойошторола. 80‑се йй. аҙ. башлап — 90‑сы йй. башында тәүге художество төркөмдәре һәм ижади берекмәләр (“Инйәр”, “Март”, “Һары бейә”, “Сыңғыҙхан” һ.б.), яңы галереялар барлыҡҡа килеү м‑н Һ.с.к. төрлөләнә; Башҡортостан халыҡтарының традицион мәҙәниәт изделиелары күргәҙмәләре, һуңыраҡ төбәктең традицион һәм хәҙ. заман сәнғәте әҫәрҙәрен концептуаль рәүештә берләштергән күргәҙмә проекттары ойошторола (“Тамғанан — авангардҡаса”; “Восток” банкы галереяһы, Өфө; 1994). Шулай уҡ Һ.с.к. ижади эксперимент (баҫма һәм компьютер графикаһы, скульптура, художество фотографияһы, дизайн һ.б.) һөҙөмтәһе булған пластика сәнғәте әҫәрҙәре күрһәтелә. 80‑се йй. аҙ. Һ.с.к. респ. ҡалалары һәм райондары парктарында һәм скверҙарында үткәрелә (“Таштағы скульптура”, 1988 й. алып); фотокүргәҙмәләр өсөн биналарҙың беренсе ҡатындағы витриналар ҡулланыла (“Башҡортостан” галереяһы — “Башинформсвязь” ААЙ‑ның күргәҙмә витриналары; 90‑сы йй. алып). шулай уҡ Һ.с.к. Аксаков музейында, Актёрҙар йортонда, Сәнғәт институты, “Янғантау” шифаханаһы галереяларында, “Каруанһарай” ЯСЙ‑ның Үҙәк художество галереяһында, БДОБТ‑тың “Эрмитаж”, “Президент Отель” ҡунаҡханаһының, “Кино планетаһы”, “Галерея АРТ” комплекстарының һ.б. күргәҙмә залдарында ойошторола. Актуаль сәнғәттең төрлө формаларында художество идеяларын тамашасыға еткереүҙең яңы ысулдары һәм технологиялары файҙаланыла: “Сыңғыҙхан” төркөмөнөң перформанстары (“Науруз байрамы”, “Гравицаппа II”; икеһе лә — 1997, Өфө; “Сульде”, 2002, Благовар р‑ны); Һ.с.к., театр, модалар күрһәтеү, эстрада тамашаһы һ.б. элементтарҙы берләштергән ижади проекттар барлыҡҡа килә: “HI‑MERA” (2000, “Каруанһарай”), мода форумдары (2003 й. алып, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы; икеһе лә — Өфө) һ.б.

1980—2000 йй. республикала үткәрелгән иң күренекле Һ.с.к.: шәхси юбилей — Ғ.Ш.Имашева (1983), Т.П.Нечаева (1992), Ә.Х. Ситдиҡова (1993), Ҡ.С.Дәүләткилдеев (1997), Ә.Ф.Лотфуллин (1998), М.Н. Арыҫланов (2000), А.Э.Тюлькин (2009) күргәҙмәләре; коллектив — БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаттарының әҫәрҙәре (1991), беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (конгресына) арналған (1995) һ.б.; халыҡ‑ара — төрки телле илдәрҙең хәҙ. заман рәссамдары эштәренән торған (2000); бөтә Рәсәй — Нестеровтың РСФСР музейҙарында (1983), Д.Д.Бурлюктың Рәсәй провинциялары музейҙарында һаҡланған картиналарынан торған күргәҙмәләр (1994; бөтәһе лә — БДХМ); юбилей — БР Рәссамдар союзының 75 йыллығына (2009, Өфө художество галереяһы), Рәссамдар ижади союзына 15 йыл тулыуға арналған (2010, “Каруанһарай”); күргәҙмә‑конкурстар — “Республиканың иң яҡшы модельеры” (1988, Моделдәр йорто), Салауат Юлаевҡа һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре респ. күргәҙмәһе (2004); махсус — БР рәссам‑сценографтарының эштәре (2000; бөтәһе лә — Өфө художество галереяһы), “Полиграфия. Реклама. Дизайн” Рәсәй (Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы), “Нәфис текстиль” асыҡ респ. күргәҙмәһе (Өфө художество галереяһы; икеһе лә — 2007), “Ағиҙел” кинофотоклубы фотокүргәҙмәһе (2009, Конгресс‑холл); Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған “Сувенир һәм бүләккә тәғәйенләнгән продукция” күргәҙмә‑йәрминкәһе (2006, “Баштехинформ” комплексы; бөтәһе лә — Өфө); күсмә Һ.с.к. — “Эске Азия” халыҡ‑ара перспектив арт‑проекты (2002—04; Бешкәк, Алматы, Ташкент, Өфө, С.‑Петербург, Новосибирск ҡҡ.), Киев рус сәнғәте музейы һәм БДХМ йыйылмаһындағы Нестеровтың әҫәрҙәренән берлектәге күргәҙмә (1990; Киев, Өфө, Донецк художество музейы); сәнғәт ғилеме баҫмаларының күргәҙмә‑презентациялары — “Евразияның алтын боландары” баҫмаһының ш. уҡ ис. күргәҙмә‑презентацияһы (2002, БДХМ), “Наил Латфуллин. Рәсем сәнғәте” (“Наиль Латфуллин. Живопись”) альбом‑каталогының рәссам иҫтәлегенә арналған күргәҙмә‑презентацияһы (2004, Н. Латфуллин ис. Хәҙ. заман сәнғәте музейы), Ә.Ғ.Йәнбухтинаның “Башҡортостандың биҙәү сәнғәте. ХХ быуат” (“Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век”) монографияһына арналған күргәҙмә (2007, “Academia” галереяһы, ӨДИСА); арт‑проекттар — “VANDE” төркөмө­нөң “Көндәлек” (2001, БР Рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмә залы), Е.В.Севастьяновтың “Төпһөҙ” (2005, “Каруанһарай”; бөтәһе лә — Өфө) арт‑проекты.

Шулай уҡ Башҡортостанда махсус Һ.с.к. үткәрелә: баҫма графика триенналеһы (1987 й. алып, 2001 й. башлап — “URAL PRINT TRIENNIAL” халыҡ‑ара), скульптура күргәҙмәһе (1996 й. — респ., 2006 й. — Рәсәй), Башҡортостан проф. биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең респ. гала‑күргәҙмәләре (1997 й. алып, 5 йылға 1 тапҡыр), “Акварель яҙы” (1998 й. алып — респ., 2005 й. башлап — асыҡ респ.); йәштәр ижады: “Ағиҙел” Башҡортостан йәш рәссамдар респ. күргәҙмәһе (биеннале, 1996 й. алып; бөтәһе лә — Өфө художество галереяһы); балалар ижады: А.А.Кузнецов ис. Халыҡ‑ара балалар художество ижады (1991 й. алып), “Черниковка котовасияһы” (“Черниковская котовасия”) Бөтә Рәсәй балалар юмористик һүрәттәре (1998 й. алып), А.Э.Тюлькин ис. Бөтә Рәсәй балалар художество ижады (1999 й. алып; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. конкурстар күргәҙмәләре.

Әҙәб.: Выставка произведений художников‑сценографов Республики Башкортостан /авт.­сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000; Изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /сост. И.Н.Оськина, М.О.Садыкова. Уфа, 2007.

А.Е.Григорьева, Л.И.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019