Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮРГӘҘМӘЛӘР

Просмотров: 1567

КҮРГӘҘМӘЛӘР, кешенең матди һәм рухи эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтеү. Ойоштороу маҡсаты б‑са — сауҙа, аң‑белем таратыу‑танып белеү (һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, фәнни‑техник ҡаҙаныштар һ.б.); ваҡыты б‑са — даими үткәрелеп торған, һәр ваҡыт эшләүсе һ.б.; күрһәтелгән экспонаттары б‑са – универсаль (иҡтисадтың төрлө тармаҡтары продукцияһын, фән, техника, мәҙәниәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү), махсус (бер йәки бер нисә үҙ‑ара яҡын тармаҡ тауарҙарын күргәҙмәгә ҡуйыу); ҡатнашыусылар составы б‑са бөтә донъя, халыҡ-ара, төбәк, милли күргәҙмәләр айырыла. Башҡортостанда күргәҙмә эшмәкәрлеге м‑н “БашЭКСПО” күргәҙмә үҙәге, “Лигас” коммерция инновация үҙәге, Башҡ‑н күргәҙмәләр компанияһы һ.б. шөғөлләнә (ҡара: табл.). К. — Респ. күргәҙмәләр комплексында (1972 й. алып), Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында һәм “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында (90‑сы йй. башынан); сәнғәт К. күргәҙмә залдарында һәм һынлы сәнғәт галереяларында үткәрелә.

Г.Г.Вагнер

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Б а ш ҡ о р т о с т а н д а   к ү р г ә ҙ м ә л ә р  б у й ы н с а  э ш м ә к ә р л е к

Ойошмаларҙың исеме

Күргәҙмәләр һаны

Экспонаттар һаны (ш. иҫ. сит илдәрҙеке)

 

2009

2010

2011

2009

2010

2011

“БашЭКСПО” күргәҙмә үҙәге

14

12

20

1255 (73)

1349 (31)

1746 (75)

“Лигас” коммерция инновацион үҙәге

12

13

14

716 (10)

1171 (8)

1336 (5)

Башҡ-н күргәҙмәләр компанияһы

29

35

38

1185 (8)

1314 (10)

1471 (10)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019