Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1677

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәтенең минераль һ.б. сеймалды эшкәртеү м-н шөғөлләнгән тармаҡтары йыйылмаһы. Лак‑буяу сәнәғәтен, пластмасса изделиелар, быяла сүс материалдар, быяла пластиктар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар сәнәғәтен, төп химия сәнәғәтен, көнкүреш химияһы производствоһын, синтетик ыҫмалалар һәм пластик массалар производствоһын һ.б. үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Х.с. барлыҡҡа килеүе тау эше, күн эше, май эшкәртеү сәнәғәте, ш. уҡ поташ заводтары, шарап ҡыуыу заводтары үҫешенә бәйле. 20 б. 30-сы йй. Башҡ-н дуплау экстракттары з-ды файҙаланыуға тапшырыла (ҡара: “Дубитель”). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. илдең Х.с. пр-тиелары эвакуациялана, 1943 й. 768-се Дәүләт союз з-дының (ҡара: “Уфахимпром”), 850-се дары етештереү з-дының (ҡара: “Авангард”)һ.б.тәүге продукцияһы алына; 1960 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з-ды (ҡара: “Каучук”), 1975 й. Мәләүез химия з-ды (ҡара: “Минудобрения”) төҙөлә. Х.с. барлыҡҡа килеүенә Әмзә урман комбинатында ағасты тәрән химик эшкәртеү производствоһын ойоштороу, ш. уҡ химия һәм нефть машиналары эшләүҙеңһ.б. үҫеше булышлыҡ итә. 2004 й. 185 Х.с. пр-тиеһы һәм производствоһы, ш. иҫ. “Каустик, Полиэф”, “Газпром нефтехим Салават”, “Синтез-Каучук” (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Сода”, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы,“Уфаоргсинтез”, була. Тармаҡ өлөшөнә РФ Х.с. производство күләменең 4,6%-ы тура килә; 25,6 меңдән ашыу кеше эшләгән (2004). Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла, яҡын сит илдәргә ебәрелә. Респ. “Бален” маркалы полипропилен, терефталь к-таһы, полиэтилентерефталат етештереүҙең илдәге берҙән-бер технологияһы үҙләштерелә. БР өлөшөнә Рәсәйҙә сығарылған каустик соданың16,5%-ы, синтетик ыҫмалаларҙың, пластик массаларҙың 15,4%-ы тура килә; ҡайһы бер химия продукцияһы төрҙәрен (каль­цинирланған сода, изобутил һәм бутил спирттары) етештереү б-са РФ-та эре етештереүсе булып тора. Х.с. өсөн белгестәр БДУ-ла, ӨДНТУ-ла, Салауат индустриаль колледжында, Стәрлетамаҡ химия‑технология техникумында, Яғыулыҡ‑энергетика колледжында һ.б. әҙерләнә. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ. Шулай уҡ ҡара: Нефтехимия сәнәғәте.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: