Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИММОТОЛОГИЯ

Просмотров: 1053

ХИММОТОЛОГИЯ (химия һәм лат. motor – хәрәкәткә килтереүсе һәм …логия), яғыулыҡ-майлау материалдарының, махсус шыйыҡсаларҙың үҙсәнлектәрен, сифатын һәм уларҙы техникала рациональ файҙаланыуҙы өйрәнгән фән. Х. термины тәүге тапҡыр 1964 й. СССР-ҙа тәҡдим ителә. Органик химия, физик химия, коллоидтар химияһы, нефть химияһы, физика, химик экология сигендә барлыҡҡа килә. Х. бурыстары: яғыулыҡ-майлау материалдарының һәм махсус шыйыҡсаларҙың сифатын оптималләштереү (таҙартыу ысулдарын, присадкаларҙы һ.б. уйлап табыу), ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, баһалау ысулдарын камиллаштырыу (сифатты аналитик контролдә тотоу приборҙары, стандарттар, техник шарттар), уларҙың ресурстарын киңәйтеү (альтернатив мотор яғыулыҡтары, синтетик майлау материалдары), двигателдәрҙең эшләү һәләтенәтулыраҡярашлыбулыуынтәьмин итеү, майҙарҙы регенерациялау. Башҡортостанда “Уфанефтехим”, “Башкирнефтепродукт” ААЙ-ларында, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, Нефтехимия эшкәртеү институтында, “ӨАИ-ның хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге” ЯСЙ-ның Х. һәм трибология проблемалары ин-тында, “Химмотолог” ЯСЙ-нда (икеһе лә – Өфө) яғыулыҡ-майлау материалдарының һәм махсус шыйыҡсаларҙың тәжрибә һәм эталон өлгөләренең физик-химик һәм файҙаланыу үҙсәнлектәрен сағыштырмаса баһалай торған төрлө махсус ҡулайламалар, махсус лаб. приборҙар эшләй. 2009 й. Х. һәм трибология проблемалары ин-тында үҫемлек майы ҡулланылған индустриаль май составы; 2010 й. “Химмотолог” пр-тиеһында – майҙың, дизель яғыулығының ҡуйылығын, ҡуйылыҡ-температура күрһәткесен, тығыҙлығын, магнитланған туҙыу өлөшсәләре булыуын, баҡырҙы коррозиялау тәьҫирен, түбән т-рала ҡыуылыуын һәм фильтрланыуын билдәләргә булышлыҡ иткән; анализ һөҙөмтәләре б-са техниканы, сәнәғәт ҡорамалдарын эштән туҡтатмайынса төҙөк булмауын асыҡлау мөмкинлеген биргән май тестеры (уны сығарыу ойошторолған) эшләнгән.

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: