Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР

Просмотров: 1397

МИНЕРАЛЬ МАЙҘАР, н е ф т ь м а й ҙ а р ы, юғары (300—600°С) т‑рала ҡайнаған нефть фракцияларын эшкәртеү продукттары. Етештереү ысулдары б‑са дистиллятлы (мазуттарҙы вакуумда ҡыуып алалар), ҡалдыҡлы (гудрондарҙы асфальтһыҙлаштырыу ҡалдыҡтары) һәм компаундланған (йәбешкәклеге һ.б. күрһәткестәренә ярашлы һайлап алынған дистиллятлы һәм ҡалдыҡлы М.м. ҡушылмалары) М.м. бүләләр. Ҡулланыу өлкәләренә ҡарап мотор, авиация, трансмиссия, гидравлик, энергетик, индустриаль М.м. һәм махсус ҡулланылышлы (мәҫ., медицинала һәм парфюмерияла ҡулланылған аҡ майҙар) майҙарға айыралар. М.м. парафин, нафтен, ароматик углеводородтарҙың шыйыҡ ҡатнашмаһы, ш. уҡ уларҙың составында көкөрт (масса б‑са 3%‑ҡа тиклем), азот (масса б‑са <0,5%), кислород һәм ҡайһы бер металл (ванадий, тимер, баҡыр, никель һ.б.) булған гетеросығарылмалары булып тора. М.м. төркөмлө углеводород составы нефть сеймалының тәбиғәтенә, таҙартыуҙың тәрәнлегенә һәм сифатына бәйле (ҡара: Нефть продукттарын таҙартыу). Ҡатнашмаларҙың ҡатмарлы булыуы М.м. индивидуаль углеводородтарға айырыу мөмкинлегенә юл ҡуймай. Майҙарҙың ҡулланыу шарттарына ярашлы һәр төрөнә физик‑химик үҙенсәлектәр исемлеге эшләнгән һәм стандарттар б‑са ҡәтғи нормалаштырылған. М.м. иҫкереүгә, көйөүгә һәм коррозияға ҡаршы үҙенсәлектәрен билдәләгән йәбешкәклеге, ҡатыу һәм тоҡаныу т‑раһы, фракция составы, диэлектрик үҙенсәлектәре, көлө аҙ булыуы, окисланыуға ныҡ тотороҡло булыуы м‑н характерлана. М.м. алыу өсөн гудронды пропан ярҙамында асфальтһыҙлаштыралар, деасфальтизат һәм май дистилляттарын — эреткестәр (фенол, фурфурол, N‑метилпирролидон) м‑н селектив таҙартыуға, алынған рафинаттарҙы — гидротаҙартыуға һәм эреткестәр (ацетон, толуол, метилэтилкетон һ.б.) м‑н парафинһыҙлаштырыуға дусар итәләр, артабан контактлы (адсорбциялы) таҙартыу, төп майҙарҙы компаундлау, присадкалар индерелә. М.м. нигеҙендә пластик майҙар, консервацион майлау материалдары һәм майлап һыуытҡан технологик мөхиттәр алалар. Башҡортостанда респ. трактор паркы өсөн тәүге майлау материалдарын (автол) етештереү Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай нефть ҡыуыу з‑дында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы), Өфө нефть эшкәртеү заводында ойошторола. 1954 й. М.м. етештереү Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, 1958 й. — КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) эшләй башлай; М.м. 30‑ҙан ашыу төрө (йылына 750 мең т) алынған. Яңы Өфө НЭЗ‑ының май производствоһы гудронды пропан м‑н асфальтһыҙлаштырыу, N‑метилпирролидон ярҙамында май дистилляттарын һәм деасфальтизаттарҙы таҙартыу, кетон‑ароматик эреткестәр м‑н парафинһыҙлаштырыу, М.м. нигеҙҙәрен (Т‑1500У) ағартыу ерҙәре м‑н контактлы таҙартыу процестарынан тора. Һанап сыҡҡандарҙан тыш, “Уфанефтехим” ААЙ‑ның (әле консервацияла) май производствоһы схемаһында гидротаҙартыу процесы бар. 50‑се йй. башлап М.м. туймазы девон һәм шкапов нефттәре нигеҙендә сығарылған. 90‑сы йй. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ының май производствоһында көнбайыш‑себер, төмән, арлан һ.б. нефттәрҙең ҡушылмалары дистилляттары ҡулланыла. Ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары һәм Яңы Өфө НЭЗ‑ы м‑н “Уфанефтехим” ААЙ тәж.‑тикшеренеү цехтары ҡатнашлығында илдә беренсе тапҡыр Новоил һәм Уфалюб маркалы М.м., МС‑8П авиация майы, Б‑3В вертолёт майы, ТП‑22Б турбина майы, Т‑1500У трансформатор майы, АМТ‑300 йылылыҡ биргес эшләнә һәм етештерелә. М.м. нигеҙендә майҙар һәм майлап һыуытыусы шыйыҡсалар эшләүсе Тәжрибә з‑дында (Өфө), “Формула” Өфө техник майҙар з‑дында һ.б. 70‑тән ашыу төрлө майлау материалдары һ.б. технологик мөхиттәр етештерелә. М.м. һәм майҙар өлк. фәнни тикшеренеүҙәр 40‑сы йй. аҙ. Д.О.Гольдберг етәкс. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның нефть эшкәртеү бүлегенең майҙар лаб. башлана һәм 50‑се йй. аҙ. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда дауам ителә. С.Ш.Абрамович, В.С. Акимов, Гольдберг һ.б. төрлө майҙар алыу ысулдарын камиллаштырыу, уларҙың составын анализлау б‑са эштәр үткәрә; авиация техникаһы өсөн майлау майҙарының яңы сорттары, көкөртлө нефттәрҙән техник һәм мед. вазелиндары алыу рецептураһы, Волга буйы, Урал һәм Көнбайыш Себер з‑дтарында майҙар алыу ҡулайламаларын проектлау өсөн регламенттар эшләнгән. 60‑сы йй. башында Нефть техник университетында Н.Г.Калантар тарафынан трансформатор һәм конденсатор майҙарының составтары эшләнә. 70‑се йй. башынан П.Л.Ольков, З.И.Сөнәев һ.б. тарафынан тау‑сығарыу пр‑тиелары өсөн майлау материалдары сығарыу эштәре үткәрелгән. 2000 й. алып “ӨАИ‑ның хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге” ЯСЙ‑ның (Өфө) Химмотология һәм трибология проблемалары ин‑тында М.м. етештереүҙең ғәмәлдәгеһен камиллаштырыу һәм яңы процестарын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: Г о л ь д б е р г Д.О., К р е й н С.Э. Смазочные масла из нефтей восточных месторождений. М., 1972; Деасфальтизация нефтяного сырья пропаном. М., 2003.

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: