Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИРУРГИЯ

Просмотров: 1215

ХИРУРГИЯ (гр. cheir – ҡул һәм ergon – ғәмәл, эш), хирургия ауырыуҙарын өйрәнгән һәм операциялар эшләү алымдарын, ысулдарын эшләгән медицина һәм ветеринария өлкәһе.

Медицинала Х. Дөйөм, факультет, оператив,госпиталь һәм хәрби-ялан Х. айырыла. Х. бүлектәре: абдоминаль, торакаль, эренле ауырыуҙар, миниинвазив, балалар хирургияһы, кардиохирургия, нейрохирургия, трансплантология һ.б. Башҡортостанда Х. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30-сы йй. башында Башҡ-н физиотерапия ҒТИ-нда Н.И.Савченко етәкс. һәм 1935 й. БДМИ-ла (ҡара: Медицина университеты) дөйөм Х. каф. асылғандан һуң И.Д.Аникин етәкс. башлана; эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеге, боғаҡ, эхинококкоз, яман шештәр, ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыу­ҙарын оператив дауалауға арналған (Н.-Ғ.Н.Байтирәков, И.-Ғ.Ғ.Ҡадиров һ.б.). 40-сы йй. БДМИ-ла һәм эвакуация госпиталдәрендә утлы ҡорал яраларын, газлы гангренаны, яралы сепсисты, һөйәк-мускул системалары, баш һәм арҡа мейеһе травмаларын һ.б. оператив дауалауҙы камиллаштырыу б-са эш алып барыла (М.В.Борисов, А.А.Полянцев һ.б.). 50—60-сы йй. эренле ауырыуҙар, эндокрин, йөрәк-ҡан тамырҙары, торакаль Х., травматология һәм ортопедия, бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙары проблемалары өйрәнелә (У.А.Алексеев, Н.Ф.Воробьёв, Л.Г.Гранов, Н.Ғ.Ғатауллин, Ә.С.Дәүләтов, А.К.Шипов һ.б.). Күкрәк ҡыуышлығы ағзаларына хирургия ҡатнашлығын анатомик-топографик нигеҙләүгә Һ.С.Бикмөхәмәтова һәм В.М.Романкевичтың эштәре арналған. 70-се йй. хирургик гастроэнтерология, бауыр һәм үт юлдары Х. (М.Ә.Ғәлиев, И.Ә.Сафин һ.б.), ҡалҡан биҙе патологияһы (Р.У.Ишмөхәмәтов, И.Ғ.Рәхмәтуллин), анестезиология һәм реаниматология (Ф.С.Ғәлиев, А.А.Легос, М.В.Туймедов һ.б.) проблемалары тикшерелә, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге (П.Г.Корнилаев һ.б.), ҡорһаҡ ярыһындағы йәбешмә ауырыуҙарын, эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеген (Ғатауллин, Р.З.Ла­типов, В.В.Плечев, Һ.Н.Хунафин һ.б.), проктология (Дәүләтов, В.Ғ.Сәхәүетдинов, В.М.Тимербулатов, И.Х.Һиҙиәтов һ.б.), онкология (Ш.Х. Ганцев, Н.П.Ников һ.б.), травматология һәм ортопедия (А.Н.Жильцов, В.В.Никитин, А.М.Пенькова), балалар хирургияһы (М.Ғ.Мәүлитова), урологияла (Л.П.Крайзельбурд, М.Ф. Саҡаева) хирургик инфекцияларҙы, күҙ (М.Т.Аҙнабаев), хирургик стоматология (Г.Ғ.Минһажев, С.В.Чуйкин һ.б.) ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдары камиллаштырыла. 80-се йй. алып ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын оператив дауалағанда, колопроктологик ауырыуҙарҙы дауалағанда (Ф.М.Ғәйнетдинов, М.М.Мырҙанов, В.М.Тимербулатов, Ә.Ғ.Хәсәнов һ.б.), балалар ауырыуҙарын хирургик дауалағанда (А.Ә.Ғүмәров, В.В.Климанов, Ф.Ғ.Садиҡов) микрохирургик операцияларҙың миниинвазив ысулдары хирургик практикаға индерелә. БДМУ-ла Күҙһәм пластик хирургия үҙәге м-н берлектә аллоплант ҡулланып уникаль операциялар эшләнә (Ә.Ә.Бәкеров, С.Б.Дауытов, А.Х.Мостафин, Э.Р. Мулдашев, М.Ә.Нартайлаҡов, В.Н. Павлов, Ш.М.Сафин һ.б.). Кардио­хирургияла, торакаль Х. эренле-септик өҙлөгөүҙәрҙе кәметеүҙең (Н.Ғ.Сибәғәтуллин, В.А.Сурков, Р.Ғ.Фәтихов һ.б.), урологияла (Павлов, А.М. Пушкарёв), гинекологияла (В.А.Кулавский, В.А.Пушкарёв, В.Б.Трубин, Т.Б.Трубина, Ө.Р.Хәмәтйәнов, Ә.Ғ. Ящук һ.б.) хирургия ҡатнашлығы ысулдары камиллаштырыла. М.Т.Юлдашев етәкс. паренхиматоз ағзалар травматик зарарланғанда экспериментта; О.В.Ғәлимов етәкс. төрлө абдоминаль патология булғанда ре­конструктив-пластик операцияларҙа; Б.Ш.Минасов етәкс. – терәк-хәрәкәт системаһында йәрәхәттәр һәм дегенератив-дистрофик ауырыуҙар булғанда; Хәсәнов етәкс. хирургик гастроэнтерологияла, эренле ауырыуҙар хирургияһында оператив ҡатнашыуҙың яңы ысулдары эшләнә. Башҡортостанда В.М.Тимербулатов етәкс. Х. ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын диагностикалау һәм дауалауҙа юғары технологиялы миниинвазив ысулдар эшләү б-са ғилми мәктәп эшләй (Р.М.Ғарипов, А.Р.Ғилметдинов, М.Һ.Ҡунафин, Мостафин, В.М.Сибаев, М.В.Тимербулатов, И.М.Уразбахтин, Р.Р.Фаязов, Р.Р.Шәүәлиев һ.б.); аҙ инвазивлы һәм эндоскопик Х., балалар Х., кардиохирургия, микрохирургия, гепатология б-са респ. үҙәктәре эшләй.

Ветеринарияла Х. Дөйөм, айырым, оператив һәм хәрби-ялан Х.; хирургик офтальмология һәм ортопедия айырыла. Ветеринария Х. төп бурысы – ауыл хужалығы малдарының кәмегән йәки бөткән продуктлылығын тергеҙеү. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 1947 й. башлап Аграр университетта алып барыла: һыйыр малының баш һөйәге ҡыуышлығына оператив инеү, тештәрҙе һәм ауыҙ ҡыуышлығын оператив дауалау ысулдары эшләнә, яңы хирургик инструменттар яһала (Т.П. Филипповский, Х.Х.Әбдүшев), а.х. малдарында нефрозонефриттар барышына һәм бөтөүенә плевра өҫтөнә новокаин блокадаһы тәьҫире (Н.Н. Александров), кератоконъюнктивит­тарҙы, глаукоманы һ.б. күҙ ауырыуҙарын дауалағанда гемоновокаин ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге, үрсем, аш һеңдереү һ.б. системалар ауырыуҙары булғанда ҡыуышлыҡҡа яһалған операцияларҙың үҙенсәлектәре (С.М.Хәбибов) өйрәнелә. 90-сы йй. алып ортопедия мәсьәләләре тикшерелә, һыйыр малының тояҡтарындағы эренле-некротик йәрәхәттәрҙе диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеүҙең комплекслы ысулдары эшләнә (В.В.Ғимранов).

Әҙәб.: Кафедра общей хирургии БГМУ (1935–2000 годы); история, учеб.-метод. и науч.-исслед. работа /под ред. М.А.Нартайлакова. Уфа, 2000; Г а т а у л л и н Н.Г. Очерки истории кафедры госпитальной хирургии (к 70-летию организации кафедры). Уфа, 2007.

В.В.Ғимранов, М.Ә.Нартайлаҡов, В.М.Тимербулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019