Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОРЕОГРАФИЯ

Просмотров: 1352

ХОРЕОГРАФИЯ (гр. choreia — бейеү һәм ...графия), бейеү сәнғәте төрҙәре. Х. сәнғәтенең нигеҙен бейеүсенең көй ыңғайына ритмик хәрәкәтләнеүе тәшкил итә. Х. көнкүреш (бал һәм халыҡ бейеүҙәре) һәм сәхнә (эстрада бейеүе һәм балет) бейеүҙәре айырыла. Х. халыҡ бейеү ижады традицияларына нигеҙләнә. Революцияға (1917) тиклем башҡорттарҙа халыҡ бейеүе халыҡтың тарихи һәм соц. тормош шарттары йоғонтоһонда үҫешә. Халыҡ бейеүҙәре эпостарҙа, риүәйәттәрҙә, легендаларҙа телгә алына, ш. уҡ И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, С.И.Руденко, С.Г.Рыбаков хеҙмәттәрендә тасуирлана. Башҡортостанда проф. Х. 20 б. 1-се ярт. алып үҫешә һәм донъя мәҙәниәте, классик һәм халыҡ бейеүҙәре мираҫына нигеҙләнә. Беренсе тапҡыр сәхнәлә башҡорт көнкүреш бейеүҙәре “Ширҡәт” театр труппаһы артистары Б.Ә.Йосопова, В.Морта­зин‑Иманский һ.б. тарафынан күрһәтелә. Башҡорт бейеүен тәүге тапҡыр тикшереү, уның тарихи формаларын системаға һалыу һәм эшкәртеү м-н проф. сәхнәгә халыҡ бейеүен ҡайтарған Ф.Ә.Ғәскәров шөғөлләнә. Уның постановкалары Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) репертуарының нигеҙен тәшкил итә. Бейеүҙәргә популярлыҡ артыу һәм ҡыҙыҡһыныу һөҙөмтәһендә “Ынйы”, “Ағиҙел”, “Ләйсән”, “Шатлыҡ”, “Йәшлек” (Әбйәлил р-ны), “Ирәндек” (Баймаҡ, Өфө ҡҡ.) һ.б. үҙешмәкәр бейеү коллективтары; “Ритмы времени”, “Виктория”, “Эльдорадо” һ.б. эстрада һәм бал бейеүҙәре ансамблдәре барлыҡҡа килә. Башҡорт бейеүенең артабанғы үҫеше “Мираҫ” проф. бейеү ансамбле, Бейеү театры, Стәрлетамаҡ филармонияһының (1996), Нефтекама филармонияһының, Сибай филармонияһының (икеһе лә — 1998) бейеү коллективтары ойошторолоуға килтерә.

20 б. 40-сы йй. Башҡортостанда Опера һәм балет театры асылыу м-н балет сәнғәте үҫешә башлай. Акад. классик традицияларҙы һәм башҡорт халыҡ бейеүе формаларын тәбиғи берләштергән “Сыңрау торна” исемле тәүге милли балет Х. сәнғәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Театр репертуарында балетм. Л.Е.Бородулин, Е.К.Войтович, Ғәскәров, С.В.Дречин, К.Д.Карпинская, Х.Ф.Мостаев, Ф.М.Саттаров, Х.Ғ.Сафиуллин, И.Х.Хәбиров тарафынан классик, характерлы бейеүҙәргә һәм симфоник бейеүгә нигеҙләнеп ҡуйылған милли балеттар барлыҡҡа килә. 1986 й. Өфө хореография уч-щеһы (ҡара: Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы) һәм респ. юғары уҡыу йорттарында Х. каф. асылыу проф. Х. камиллашыуында мөһим этап булып тора (ҡара: Хореография белеме биреү).

Әҙәб.: А х м а д е е в а Г.Н. Башкирский балет //Музыка композиторов БАССР (СССР) и округа Галле (ГДР). Уфа, 1990; Ж и л е н к о Н.А. Гран-па башкирского балета. Уфа, 2007.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019