Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛЕТ

Просмотров: 1764

БАЛЕТ (фр. ballet), йөкмәткеһе муз.-хореографик образдарҙа асылыусы сәхнә сәнғәте төрө. Хореографик сәнғәттең юғары формаһы булараҡ, Б. үҙендә бейеү, музыка, драматургия, сценографияны берләштерә.

Башҡ. Б. 20 б. 40‑сы йй. барлыҡҡа килә. Урыҫ классик балетының акад. мәктәбенә таянып, ул башҡ. халыҡ хореографияһының традицион формаларын киң ҡуллана. Опера һәм балет театры балет труппаһының тәүге составы 1941 й. Н.Г.Зайцев етәкс. ойошторола һәм, нигеҙҙә, башҡ. театр-художество уч‑щеһының (ҡара: Сәнғәт училищеһы) хореография бүлеген һәм Ленинград хореография уч‑щеһының (ЛХУ) милли бүлеген тамамлаусыларҙан тора. Труппаға Н.М.Айыуханов, З.Н.Бәхтейәрова, Е.К.Войтович, Р.И.Гаева, Ф.Я.Грюнвальд, Р.Н.Дербишева, Ф.С.Йосопов, Х.Ф.Мостаев, З.Ә.Насретдинова, Ф.М.Саттаров, Г.Ғ.Сөләймәнова, Х.Ғ.Сафиуллин, М.А.Таһирова, Г.Ғ.Хафизова, Т.Ш.Хоҙайбирҙина, Ф.Н.Әхмәтшин, М.С.Ямаева һ.б. инә. Труппа ойошторолғандан алып тәүге 15 йыл эсендә, “Коппелия” (1940) постановкаһынан башлап Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнашҡанға тиклем, күренекле композиторҙарҙы, балетмейстерҙарҙы, рәссамдарҙы, режиссёрҙарҙы берләштергән үҙ художество программаһын булдыра. Репертуарында 30‑ға яҡын күп һәм бер шаршаулы спектаклдәр була: П.И.Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”), П.Гертелдең “Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” (“Тщетная предосторожность”), Н.А.Римский-Корсаковтың “Шехеразада”, Ч.Пуньиҙың “Эсмеральда” һәм “Аҫау ҡолон-Көмрө һырт” (“Конёк-горбунок”), Р.М.Глиэрҙың “Ҡыҙыл мәк” (“Красный мак”), Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”), А.А.Крейндың “Лауренсия”, С.С.Прокофьевтың “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”) балеттары һ.б. Милли темалы тәүге спектакль — “Сыңрау торна” балеты (1944), уның музыкаһы һәм хореографияһы Башҡортостандың балет сәнғәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ул йылдарҙа сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр араһында — Н.Ғ.Йыһановтың “Зөһрә” (“Зюгра”; 1947, Ф.Ә.Ғәскәров хореографияһы), А.С.Ключарёвтың “Тау риүәйәте” (“Горная быль”; 1951, Войтович һәм Сафиуллин хореографияһы) балеттары.

50—80‑се йй. — БДОБТ‑ның балет труппаһының сәнғәте үҫешкән, камиллашҡан осор. 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында труппа составына ЛХУ тәрбиәләнеүселәре А.С.Биксурин, В.Х.Ғәлимова, Ф.М.Нафиҡова, Э.Ә.Сөләймәнова, Э.Б.Сәйәрғәлиева, Э.М.Тимерғазина, И.Х.Хәбиров һ.б. инә. 1955 й. “Сыңрау торна” балетында Р.Х.Нуриев тәү башлап сығыш яһай. 60—70‑се йй. балет сәхнәһенә А.Ғ.Вәлиев, З.З.Ғәлимов, Р.Ғ.Изгина, З.Х.Ильясова, Л.С.Ҡыуатова, С.В.Саттарова, Ш.Ә.Тереғолов, Ю.Ғ.Ушанов, С.Ә.Харисова, Р.Н.Хәбирова, В.И.Шапкин, Л.В.Шапкина һәм Ленинград, Пермь, Новосибирск ҡҡ. хореография уч‑щеларын тамамлаған бейеүселәр килә; 70—80‑се йй. — Э.Е. һәм Л.С. Вәлиевтар, М.Ф.Дауҡаев, Р.Ғ.Зарипов, Х.З.Мөхәмәтшин, Ф.Ф.Проскурнова, Г.Г.Сабирова, О.Г.Тарова, Е.Ю.Фомина, Б.М.Юлдашев һ.б. Был осорҙоң иң яҡшы спектаклдәре — Чайковскийҙың “Йоҡоға талған һылыу” (“Спящая красавица”) һәм “Франческа да Римини”, А.Адандың “Жизель”, Л.Ф.Минкустың “Баядерка” һәм “Дон Кихот”, Прокофьевтың “Золушка”, М.Равелдең “Болеро”, К.А.Караевтың “Йәшенле һуҡмаҡтан” (“Тропою грома”), А.П.Петровтың “Өмөт ярҙары” (“Берег надежды”), И.Штраустың “Зәңгәр Дунай” (“Голубой Дунай”), Ф.З.Яруллиндың “Шүрәле”, Э.Григтың “Пер Гюнт”, Ж.Бизе — Р.К.Щедриндың “Кармен-сюита”, Д.Д.Шостаковичтың “Туташ менән хулиган” (“Барышня и хулиган”), Е.И.Фомин музыкаһына “Орфей”, Р.В.Паулстың “Керри ҡарындаш” (“Сестра Керри”), А.Б.Журбиндың “Төнгө ҡала балладаһы” (“Баллада ночного города”), К.С.Хачатуряндың “Чипполино”, А.И.Хачатуряндың “Спартак” классик һәм заман балеттары.

Б. репертуары тарихи сюжеттарға ҡоролған “Тау бөркөтө”, “Гөлнәзирә”, башҡ. әҙәбиәте әҫәрҙәре мотивтары б‑са ҡуйылған Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”; 1965, Мостаев хореографияһы), “Ай тотолған төндә” милли спектаклдәре м‑н тулыландырыла. “Яратам һине, тормош”, “Айгөл иле” балеттары халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышындағы, унан һуңғы ауыр йылдарҙағы ҡаһарманлығына бағышлана. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ҡуйылған спектаклдәр яңы стиль йүнәлештәре эҙләү м‑н билдәләнә: Н.Ғ.Сабитовтың“ Буратино” (1960; Сафиуллин хореографияһы) һәм “Мурзилка-космонавт” (1964; Г.И.Язвинский хореографияһы), М.Х.Әхмәтовтың “Маугли” (1975; Н.А.Хәсән-Ахунов хореографияһы), Р.М.Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”; 1979, Э.Х.Танн хореографияһы) балет-әкиәттәре һ.б.

Хореография колледжы асылыуы (1986) башҡ. Б. яңы этап башланыуына булышлыҡ итә. БДОБТ‑ның балет труппаһына уч‑щеның тәүге сығарылышы килә: Д.С.Доможиров, Д.Ф.Зәйнетдинов, Р.Р.Закирова, А.В.Зинов, Т.Н.Краснова, А.М.Ҡобағошов, Р.Р.Мөхәмәтов, К.Д.Нурлығаянов, О.В.Радькин, Р.В.Рыкин, Н.А.Сологуб, Г.Н.Сөләймәнова, А.Р.Фәтхелисламов һ.б. 90‑сы йй. башында балет труппаһының художестволы кимәлен Ю.Н.Григорович ҡуйған спектаклдәр билдәләй: Гертелдең “Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” (“Тщетная предосторожность”, балетм.-ассистенты А.А.Меланьин), Минкустың “Дон Кихот”, Чайковскийҙың С.Б.Вирсаладзе һәм Д.А.Чербаджи сценографияһы м‑н “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”), “Щелкунчик” спектаклдәренең яңы редакциялары. Классик репертуар киңәйә, спектаклдәрҙә хореографик симфонизм роле арта, бейеү лексикаһы байый. Л.Б.Степанов һәм З.Ғ.Исмәғилевтең “Сыңрау торна” (1997), Чайковскийҙың “Йоҡоға талған һылыу” (“Спящая красавица”; 2001, икеһен дә Тереғолов сәхнәләштерә), Прокофьевтың “Золушка” (2002; В.М.Гордеев хореографияһы) балеттарының яңы редакциялары, Ш.Гуноның “Вальпургия төнө” (“Вальпургиева ночь”), Бизе — Щедриндың “Кармен-сюита” (1997), Э.Дельдевездың “Шопениана”, “Пахита” (1999; бөтәһен дә Тереғолов сәхнәләштерә) бер актлы хореографик әҫәрҙәре һәм композициялары; Л.З.Исмәғилеваның “Хужа Насретдин” (1998; Меланьин хореографияһы) һәм “Арҡайым” (2005; А.Б.Петров хореографияһы) балеттары, П.Б.Овсянниковтың балалар өсөн “Том Сойер” балеты (2008), И.Ф.Стравинский музыкаһына “La marionette” (“Марионетка”) балеты (2010; икеһен дә Р.Ә.Абушахманов сәхнәләштерә) Башҡортостан балет сәнғәте тематикаһын байыта һәм уның артабанғы ижади үҫеш юлдарын билдәләй. Төрлө йылдарҙа труппа м‑н хореографтар Н.А.Анисимова, Л.Е.Бородулин, М.А.Борханов, Войтович, С.В.Дречин, Ю.Я.Дружинин, К.Д.Карпинская, Л.И.Лукин, Г.А.Майоров, В.В.Могильда, А.М.Плисецкий, В.Х.Пяри, Танн, Хәбиров, М.Д.Цейтлин һ.б.; билдәле балет артистары Гордеев, Л.В.Козлов, И.М.Лиепа, Е.С.Максимова, Г.А.Рагозина, С.Н.Радченко, Н.В.Павлова, В.М.Панов, М.М.Плисецкая, А.М.Сидоров, Г.С.Уланова, И.Ш.Хәкимова һ.б. хеҙмәттәшлек итә. Башҡ. балеты труппаһы һәм төп артистары Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була, халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша.

Әҙәб.: Саитов С.С. Танец ликующий. Уфа, 1968; Ахмадеева Г.Н. Башкирский балет. Уфа, 2003.

Һ.С.Сәйетов, Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019