Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОРҘАР

Просмотров: 1198

ХОРҘАР (гр. choros), 1) вокаль музыканы инструменталь ҡоралдарға ҡушылып йәки уларһыҙ (a capрella) башҡарған проф. йәки һәүәҫкәр йыр коллективтары (ҡара: Үҙешмәкәр хорҙар). Тауыш составы б-са бер төрлө (ҡатын-ҡыҙ, ир-егет, балалар) һәм ҡатнаш (4 хор партияһын үҙ эсенә ала: сопрано, альт, тенор, бас); башҡарыусылар һаны б-са камера (12 кеше), күмәк (100— 120), йыйылма (1000 кешегә тиклем һәм унан күберәк) Х. айырыла.

Башҡорттарҙа бер тауышҡа хор м-н йырлау 19 б. аҙ. — 20 б. башында мәктәптәрҙә һәм мәҙрәсәләрҙә барлыҡҡа килә, Х. ойоштороу инициаторҙары һәм ойоштороусылар — Ф.Агеев, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов, В.Клеменц, И.Тереғолов һ.б. Революцияға (1917) тиклем Өфөлә юғары башҡарыу оҫталығы м-н айырылып торған урыҫ, башлыса сиркәү Х. (етәкс. Г.Ф.Арямнов, И.П. Ишпайкин, В.Г.Преображенский, И.П.Райский һ.б.) була, һәүәҫкәр Х. ойошторола. Коллективтар ҡала сараларында, Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте концерттарында ҡатнаша һәм урыҫ, Көнбайыш Европа композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара. 1919—22 йй. Өфө хәрби эштәр б-са губерна комиссариаты ҡарамағында тәүге проф. хор (етәксеһе А.А.Петручик, Преображенский) эшләй, уның репертуарында урыҫ халыҡ йырҙары, революцион йырҙар, марштар, совет, сит ил композиторҙары әҫәрҙәре була. 20-се йй. башында Халыҡ мәғарифы ин­тында (етәксеһе Х.К.Ибраһимов) һәм Музыка мәктәбе №1 (етәксеһе И.В.Салтыков) тәүге башҡорт һәм татар хор коллективтары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда хорҙа башҡарыу сәнғәте үҫешендә Башҡ-н профсоюздары советының урыҫ һәм башҡорт Х. (1935—38, етәксеһе А.Г.Ти­хомиров) мөһим роль уйнай, унда ҡатнашыусылар Опера һәм балет театры (1938) һәм Баш­ҡорт филармонияһы (1939) проф. хорҙары составына инә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡорт филармонияһы хоры эшмәкәрлеген туҡтата, 1944 й. февр. проф. ҡатын-ҡыҙҙар Х. (етәксеһе М.Я.Федотов) ойошторола һәм 1950 й. ул ҡатнаш Х. үҙгәртелә (етәксеһе Тихомиров). 1955 й. хор Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында сығыш яһай һәм башҡорт, совет композиторҙарының әҫәрҙәрен, халыҡ йырҙары эшкәртмәләрен башҡара. Артабан хор сәнғәте үҫеше Ш.Ш.Ибраһимов эшмәкәрлегенә бәйле була, ул башҡарыу мәҙәниәтен юғары кимәлгә күтәрә. 1962 й. Өфөлә Респ. академик урыҫ хор капеллаһы (Мәскәү, етәксеһе А.А.Юрлов) профсоюздар хор капеллаһы, Өфө сәнғәт уч-щеһы, Өфө муз.-пед. уч-щеһы (етәксеһе М.П.Фоменков), БДОБТ хорҙары (дирижёры И.М.Альтерман) м-н берлектә Г.В.Свиридовтың “Патетик оратория”һын (“Патетическая оратория”) башҡара. Республикала хор сәнғәте үҫешенә Сәнғәт институты хоры (етәксеһе Фоменков, хормейстеры А.П.Иванов) эшмәкәрлеге булышлыҡ итә, профсоюздар­ҙың хор капеллаһы м-н берлектә тәүге сығышы 1969 й. була. Программаһына Свиридов әҫәрҙәре [“Курск йырҙары” (“Курские песни”), “Патетик оратория” әҫәрҙәре, “Сергей Есенин иҫтәлегенә поэмалар” (“Поэмы памяти Сергея Есенина”) фрагменттары], Л.Керубиниҙың Реквиемы, А.Н.Верстовскийҙың “Аскольд ҡәбере” (“Аскольдова могила”) операһынан хор, З.Ғ.Исмәғилевтең кантаталары һ.б. инә. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа хорға Р.М.Бикмөхәмәтова, Ш.М.Бикмөхәмәтов, Т.С.Сәйфуллин, Ш.Ш.Ибраһимов, Р.Д.Йәнсурина, Э.Х.Ғәйфуллина, Э.Н.Етехано ва, Иванов, Б.И.Шестаков етәкселек итә. 1970 й. Башҡ-н хор капеллаһы (етәксеһе Сәйфуллин; ҡара: Хор капеллаһы) концерт эшмәкәрлеген башлай. 1978 й. ӨДСИ ҡарамағында камера хоры, 1990 й. “Тәүбә” (“Исповедь”) дини һәм дини булмаған камера хоры (етәксеһе Шестаков), 1993 й. – Музыка йәмғиәтенең камера хоры (етәксеһе Бикмөхәмәтов) ойошторола. 90-сы йй.

Өфөлә Башҡ-н хор капеллаһы, БДОБТ солистары, хоры һәм симфоник оркестры тарафынан И.К.Архипова һәм М.Л. Биешу ҡатнашлығында (хормейстерҙары Ғәйфуллина, Сәйфуллин, дири­жёры В.И.Платонов) Дж. Вердиҙың Реквиемы, Б.Бриттендың “Хәрби реквиемы” (“Военный реквием”), Л.Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһы башҡарыла. 90-сы йй. алып БДОБТ хоры респ. төп проф. хор коллективтарының береһенә әйләнә, 1991 й. ӨДСИ хоры м-н берлектә баш­ҡарылған С.С.Прокофьефтың “Иван Грозный” ораторияһы йәмғиәттә киң яңғыраш ала. Хор репертуарына опера спектаклдәре, ҙур күләмле әҫәрҙәр, башҡорт, татар, урыҫ халыҡ йырҙары эшкәртмәләре һ.б. инә. 2007 й. “Мираҫ” фольклор бейеү ансамбле составында хор ойошторола (етәксеһе Ғәйфуллина, Н.Н. Иҡсанова), уның репертуарында урыҫ, башҡорт, татар халыҡ йырҙары эшкәртмәләре, донъя халыҡтары йырҙары һ.б. бар. Һәүәҫкәр Х. араһында Өфө сәнғәт мәктәбенең “Яҙғы тауыштар” (“Весенние голоса”, етәксеһе Т.А.Андреева), “Бәләкәй принц” (“Ма­ленький принц”, етәксеһе Л.Ф.Герасимова), “Өмөт” (“Надежда”, етәксеһе О.А.Редникова; икеһе лә – Стәрлетамаҡ ҡ.), “Камертон” (Өфө; етәксеһе А.Э.Шәмсетдинова) балалар хор коллективтары, 1-се балалар сәнғәт мәктәбе хоры (Октябрьский ҡ.; етәксеһе Л.Ҡ.Сәғирова) һ.б. киң билдәле. Урта музыка уҡыу йорттары араһында Октябрьский музыка училищеһының акад. хоры (етәксеһе Ю.Г.Исаева), Салауат музыка колледжының акад., башҡорт һәм урыҫ халыҡ хорҙары иң яҡшы Х. иҫәбенә инә. 2) Хорҙа башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән муз. әҫәр (ҡара: Хор музыкаһы).

Әҙәб.: Ф о м е н к о в М.П. Народная песня и развитие хорового искусства в Башкирии / Музыка композиторов Башкирской АССР (СССР) и округа Галле (ГДР). Уфа, 1990; ш у л у ҡ. Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001.

Э.Х.Ғәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019