Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИГИЕНА ҺӘМ ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ

Просмотров: 1105

ГИГИЕНА ҺӘМ ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ, БР б‑са Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт идаралығының һөнәри һәм башҡа эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең Федераль бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, терр‑яны айырыуса хәүефле инфекциялар инеүенән һәм таралыуынан һаҡлау, тауарҙарға, хеҙмәттәр күрһәтеүгә, халыҡтың һөнәри гигиеник ҡарарҙарҙы үтәүгә әҙерлегенә санитария-эпидемиология экспертизалары үткәреү һ.б. Составы: ойоштороу, гигиена, эпидемиология, терр‑яны санитар һаҡлау, соц.‑гигиеник мониторинг, лаб. м‑н иҫкәртеү токсикологияһы бүлектәре, һынау лаб. үҙәктәре. Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡҡ., ш. уҡ Дыуан һәм Шишмә р‑ндарында 12 филиалы бар. 2012 й. Идаралыҡтың 6894 бойороғо үтәлгән; дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүе маҡсаттары өсөн 365907 лаб. микробиол., санитария‑гигиеник, радиологик, токсикологик тикшереү һәм физик факторҙарҙы (тауыш, вибрация, электромагнит һәм лазер нурланышы) үлсәү үткәрелгән; 79741 инфекцион һәм паразитар ауырыуҙар дәүләт иҫәбенә алынған, инфекцион ауырыуҙарҙың 18389 сығанағына эпидемиологик тикшереү уҙғарылған, киҫкен эсәк инфекциялары ауырыуҙарының 10 төркөмө эпидемиологик яҡтан тикшерелгән, мәктәпкәсә балалар, мәктәп белем биреү һәм һауыҡтырыу учреждениелары, коммуналь-көнкүреш өлкәһе, аҙыҡ-түлек тармағы һәм дөйөм туҡланыу пр‑тиелары хеҙм‑рҙәрен һөнәри гигиеник әҙерләү үткәрелгән. 2012 й. 810 кеше эшләгән, улар араһында 1 фән д‑ры, 6 фән кандидаты. 1923 й. БАССР‑ҙың Респ. санитария-эпидемиология станцияһы булараҡ нигеҙ һалына, 1991 й. алып Башҡ‑н респ. дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүе үҙәге, 1999 й. — “БР‑ҙа дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүе үҙәге” федераль дәүләт учреждениеһы, 2005 й. Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге. Шулай уҡ ҡара: Санитария-эпидемиология хеҙмәте.

Г.Д.Минин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019