Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРКӘҮҘӘР

Просмотров: 1687

СИРКӘҮҘӘР, христиандарҙың культ биналары. Башҡортостанда иң тәүҙә православие ҡорамдарына нигеҙ һалына. С. 16 б. 2‑се ярт. — башлыса Өфө тирәләй һәм Ағиҙел й. үҙәнендә (ҡара: Богородский‑Өфө сиркәүе, Николай сиркәүе, Троица сиркәүе), 18 б. уртаһынан — тау заводтары торамаларында (ҡара: Воскресение сиркәүе); 18 б. аҙ. дворянлыҡ аҡсаһына (ҡара: Димитрий Солунский сиркәүе) төҙөлә. 21 б. башына таш С. һаҡланған: Өфө р‑ны Берёзовка а. Христос Раштыуаһы С. (18 б. башында төҙөлә). 2 өҫтәле бар: төп — Христос Раштыуаһы һәм святитель, чудотворец Николай хөрмәтенә. 2002— 05 йй. реставрациялана; Белорет р‑ны Үрге Әүжән а. Ҡазан Богородица С. (1750 йй. төҙөлә һәм изгеләндерелә, 1830 йй. үҙгәртеп төҙөлә). 3 өҫтәле бар: төп — Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә, приделдарҙа — святитель, чудотворец Николай м‑н изге великомученик Димитрий Солунский хөрмәтенә. 1930 й. ябыла, 1992 й. диндарҙарға ҡайтарыла; Туймазы р‑ны Үрге Троицк а. Троицк С. (1753—59 йй. төҙөлә). 3 өҫтәле бар: Изге Живоначальная Троица хөрмәтенә (1759 й. изгеләндерелә), приделдарҙа — Христос Раштыуаһы һәм изге мученик Леонид хөрмәтенә. 1930 йй. ябыла, 1991 й. диндарҙарға ҡайтарыла; Ишембай р‑ны Верхотор а. Богородица‑Ҡазан С. (1788 й. төҙөлә). Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә өҫтәле бар. 1930 йй. ябыла, 1989 й. диндарҙарға ҡайтарыла; Асҡын р‑ны Асҡын а. Николай С. (1802—05 йй. классицизм стилендә төҙөлә). 2 өҫтәле бар: төп — святитель һәм чудотворец Николай хөрмәтенә (1820 й. изгеләндерелә), приделда — изге Соловки чудотворецтары Зосима һәм Савватий хөрмәтенә (1808). 1937—45 йй. эшләмәй; Михаил Архангел сиркәүе; Изге Трои‑ца соборы; Касёв а. (Нефтекама ҡ. эсендә) Пётр һәм Павел С. (1825— 42 йй. төҙөлә һәм изгеләндерелә). 2 өҫтәле бар: төп — апостолдар Пётр м‑н Павел хөрмәтенә (1842 й. изгеләндерелә) һәм изге великомученик Димитрий Солунский хөрмәтенә (1825). 1931 й. ябыла, 1989 й. диндарҙарға ҡайтарыла; Ғафури р‑ны Табын а. Вознесение С. (1828 й. янған сиркәү урынында 1848 й. һуңғы классицизм стилендә төҙөлә). 3 өҫтәле бар: төп — Раббы Олғашыуы хөрмәтенә, приделдарҙа — Ҡазан Божья Матерь иконаһы м‑н святитель һәм чудотворец Николай хөрмәтенә. С. Табын Божья Матерь иконаһы була. 1929 й. ябыла, 2004 й. диндарҙарға ҡайтарыла; Ауырғазы р‑ны Андреевка а. Скорбященский С. (1830— 67 йй. төҙөлә). 3 өҫтәле бар: төп — “Всех Скорбящих Радосте” Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә (1872 й. изгеләндерелә) һәм приделдарҙа — Христос Раштыуаһы (1869) м‑н святитель һәм чудотворец Николай (1872) хөрмәтенә. 1930 й. ябыла, 1990 й. диндарҙарға ҡайтарыла. Һаҡланмаған С. иң билдәлеләре: Баҡалы р‑ны Нуғайбәк а. Троица С. (1745 й. төҙөлә). Изге Живоначальная Троица хөрмәтенә өҫтәле булған. 1994 й. емертелә; Мишкә р‑ны Яңы Троицкий а. Троица С. (1830—33 йй. һуңғы классицизм стилендә төҙөлә). 2 өҫтәле булған: төп — Изге Живоначальная Троица хөрмәтенә, приделда — Божья Матерь Покровы хөрмәтенә (1844 й. изгеләндерелә). 1930 йй. ябыла, яҡынса 1970 й. емертелә. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында яҡынса 80 кирбес һәм 500 ағас С. төҙөлә, улар араһында Вознесение сиркәүе, Изгеләр Гурий, Варсонофий һәм Герман сиркәүе, Троица С. (Ҡыйғы р‑ны Ләүйылға а.), Александр С. (Благовещен р‑ны Волков а.), Покров С. (Ира а., Күмертау ҡ. составында), Георгий С. (Салауат р‑ны Йыланыш а.) һ.б. 1922 й. Өфө епархияһында 720‑нән ашыу С. һәм ғибәҙәт йорто эшләй (шуларҙың 40‑ҡа яҡыны диндәштәрҙеке һәм старообрядсыларҙыҡы). 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. С. күпләп ябыла, дини мәхәлләләр бөтөрөлә. 1939 й. берҙән‑бер Изге Сергий кафедраль соборы ғына асыҡ ҡала. 1950 й. — 42, 1965 й. 17 С. һәм ғибәҙәт йорто эшләй. 1980 йй. аҙ. респ. С. тергеҙелә һәм яңылары төҙөлә. БР‑ҙа 1993 й. — 90‑ға яҡын, 2010 й. 200‑гә яҡын С. һәм ғибәҙәт йорто иҫәпләнә. Епархияның байтаҡ С. тарих һәм архитектура ҡомартҡылары булып тора. Шулай уҡ ҡара: Ырымбур һәм Өфө епархиялары соборҙары, Кирха, Костёл, Инжил христиан‑баптистарының ғибәҙәт ҡылыу йорто, Өфөләге сиркәүҙәр.

Әҙәб.: Ш и р г а з и н А.Р. Православные храмы Башкирии. Уфа, 1995; Уфимская епархия Русской Православной Церкви: справ.-путеводитель. М., 2005.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: