Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕ ҠОРАМДАРЫ

Просмотров: 1440

ПРАВОСЛАВИЕ ҠОРАМДАРЫ, ғибәҙәт ҡылыу һәм православие йолаларын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән культ ҡоролмалары. Алтары көнсығышҡа ҡаратып төҙөлә; ҡайһы берҙә изгеләргә йәки сиркәү тормошондағы ниндәйҙер ваҡиғаға арналған бер нисә алтарь (придел) була. П.ҡ. тәре (Иисус Христос символы), карап (Нух кәмәһе), һирәгерәк ҡулса (мәңгелек) рәүешендә төҙөлә, көмбәҙүк йөҙө символы) мн ослана һәм уның башына тәре ҡуйыла. 1 (Иисус Христосты кәүҙәләндерә), 2 (Иисус Христостың илаһи һәм инсани асылы), 3 (Троицаның изге 3 йөҙө), 5 (Христос һәм дүрт инжилсы), 7 (сиркәүҙеңһәм Бөтә йыһан соборҙарының 7 изге йолаһы), 9 (9 фәрештә чины), 13 (Иисус Христос һәм 12 апостол) башлы көмбәҙҙәр була. Ҡорамдың көнбайышында сиркәү манараһы урынлаша. П.ҡ. ваҡиға йәки берәй изге (ҡара: Православие сиркәүе изгеләре) хөрмәтенә изгеләндерелә, уны хәтергә алыу көнөҡорам (өҫтәл) байрамы тип атала (ҡара: Православие байрамдары). Ҡорамдың притворы (тәүҙә ул “иғлан ителгәндәргә” – христианлыҡ ҡабул итергәәҙерләнеүселәргә тәғәйенләнгән), ашханаһы, урта өлөшө (ҡорам), алтары (ҡорамдағы төп урын – Күк Батшалығы символы; унда тик руханиҙар ғына инә ала) була. Алтарҙың уртаһында өҫтәл (изгеләндерелгән, аҡ тауар йәки барса ябылған тура дүрт мөйөшлөөҫтәл) тора, уға антиминс (Иисус Христосты табутҡа һалыу мәлен һүрәтләгән һәм берәй изгенең мәйете ҡалдыҡтары ҡушып тегелгән, архиерейтарафынан изгеләндерелгән ебәк туҡыма киҫәге), өҫтәл Инжилы (ҡара: Дини китаптар), тәре, бүләк һандығы (Алла бәрәкәтенәҡушылыу өсөн изге бүләктәр һалынған ҡумта), күсереп йөрөтмәле бүләк һандығы ҡуйыла. Көнсығыш стена буйында өҫтәл артындағы күтәрмә “бейек урын” (унда ете тармаҡлы шәмдәл мн өҫтәл артындағы тәре тора) тип атала; төньяҡ стена буйындағы иконостас (алтарь бүлкәһе) артында ҡорбанлыҡ (причастие өсөн икмәк мн шарап әҙерләй торған өҫтәл) тора, иконостас алдындағы күтәрмә – солея, уның уртаһы – амвон. Солея ситтәренән ҡорам стенаһы буйына клиростар (йырсылар һәм ҡысҡырып уҡыусылар өсөн урындар) урынлаштырыла, улар янына бер нисә хоругвь (тауар киҫәгенә төшөрөлөп, ағас һапҡа беркетелгән иконалар; тәре йөрөштәренә тотоп сығалар) ҡуйыла. Иконостас бер нисә рәт (ғәҙәттә, 5, ҡайһы берҙә күберәк) иконанан тора; 3 ишеге бар: урта — Батша Ҡапҡаһы (Благовещение иконалары һәм инжилсылар һүрәттәре мн биҙәлә), өҫтөнә Йәшерен кис һүрәте төшөрөлгән икона эленә; ситке (көньяҡһәм төньяҡ). Батша Ҡапҡаһынан уңдараҡҠотҡарыусыныңһәм ҡорам изгеһенеңҡорам хөрмәтенә изгеләндерелгән иконалары, һулдараҡ Божья Матерь иконаһы урынлаштырыла. Ҡабырғалағы ишектәргә — архангелдар Гавриил мн Михаил, эргәләренәҡайһы берҙә тәүге диакондар Стефан, Филипп, тәүге рухани Аарон, пәйғәмбәр Моисей һүрәттәре төшөрөлә. Иконостастыңөҫтөнәҡаҙаҡланған Иисус Христосты һүрәтләгән тәре ҡуйыла. Өфө епархияһында Александр сиркәүе, Воскресение кафедраль соборы, Илья сиркәүе, Ҡазан Божья Матерь соборы, Троица сиркәүе һ.б. эшләгән. БРҙа 170кә яҡын П.ҡ. бар (2010). Шулай уҡҡара: Сиркәүҙәр, Өфөләге сиркәүҙәр.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: