Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МЕҢ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, шәжәрә

Просмотров: 1081

“МЕҢ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки телендә яҙылған. Тексы ике өлөштән тора. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына тиклем булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләгән беренсе өлөшө 16—17 бб. баштарына тиклем яҙылған. Унда Ҡарағөлөмбәт м‑н Аҡһаҡ Килембәттең низағы, мең ырыуы башҡорттарының Нуғай Урҙаһына ҡаршы һуғышы хикәйәләнә. Ваҡиғаларҙы һүрәтләү стиле үҙенсәлекле: исемдәрҙең генеалогияһы сюжетлы хикәйәләүҙәр, монологтар, диалогтар, хәл-ваҡиғаларҙы хис‑тойғоло һүрәтләүҙәр м‑н сиратлаштырып бирелгән. 1671—72 йй. Ҡәнзәфәр бейҙең ейәне Янбаҡты кенәз тарафынан яҙылған икенсе өлөшөндә Ҡәнзәфәр бейҙең шәжәрәһе, 1671 й. батша Алексей Михайлович тарафынан мең ырыуы башҡорттарына бирелгән жалованный грамота күрһәтелгән. 1846 й. яҫауыл Миңлеәхмәт Ибраһимов төҙөгән күсермә һаҡланып ҡалған (Ғилми архивта һаҡлана), тәүге тапҡыр “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығында баҫылып сыға. Мең ырыуының башҡа шәжәрәләре лә билдәле.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019