Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕҢ

Просмотров: 1909

МЕҢ (меңле), башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил‑күл‑М., ҡырҡөйлө‑М., күл‑ил‑М., ҫыбы‑М., өршәк‑М., меркет‑М., илкәй‑М., ҡыбау‑М., М., ҫарылы‑М. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 2‑се мең йыллығы башында Һырдаръя й. тамағына һәм Арал буйына күсеп ултырған Көньяҡ Себер, Алтай һәм Урта Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Мең” этнонимы үзбәктәрҙә, нуғайҙарҙа, ҡырғыҙҙарҙа билдәле. М. формалашыуына — Арал буйының иран, уғыр һәм төрки‑бәшнәк ҡәбиләләре мөхитендә, һуңыраҡ — Каспий һәм Урал буйы ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһендә (ҡара: Дәшти Ҡыпсаҡ), 13—14 бб. Алтын Урҙа составында йәшәүе йоғонто яһай. 14 б. 2‑се ярт. меңлеләр Урал алдына күсеп килә һәм Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) түбәнге ағымына, Минзәлә, Сөн йй. үҙәндәренә, 15—16 бб. — Дим й. басс., Өфө һәм Ағиҙел йй. ҡушылған урынға таралып ултыра. 18 б. меңлеләр бөрйән, көҙәй, ҡыпсаҡ, табын, юрматы ырыуҙары м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ырыуҙың аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай даруғаһының Мең улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 477 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. М. урынлашҡан терр‑я — Бәләбәй өйәҙенә, Минзәлә өйәҙенә, Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Өфө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө (4‑се), 5‑се, 7‑се (8‑се, 9‑сы), 8‑се (7‑се, 8‑се), 9‑сы (10‑сы), 11‑се (12‑се) кантондарына (1798—1854 йй.) ҡараған. М. ырыуы биләгән терр‑я БР‑ҙың Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бәләбәй, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шишмә, Әлшәй р‑ндарына, ТР‑ҙың Минзәлә, Сарман, Туҡай р‑ндарына, Ырымбур өлк. Красногвардейск р‑нына инә.

Әҙәб.: Я н ғ у ж и н Р.З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. Өфө, 1995; А с ы л г у ж и н Р.Р., Х и б а т у л л и н а Л.А. Дёмские (минские) башкиры: этническая история, культура, численность. Уфа, 2006. 

 Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019