Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАММАЗОВ Айрат Минһаж улы

Просмотров: 1502

ШАММАЗОВ Айрат Минһаж улы (31.8.1947, Өфө ҡ.), инженер‑механик. БР ФА академигы (2009), техник фәндәр докторы (1986), профессор (1988). РФ‑тың (2003) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1997), РФ газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1987 й. алып иҡтисад һәм производствоны автоматлаштырыу факультеты деканы, 1989 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1993 й. — иҡтисад буйынса проректор, бер үк ваҡытта нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире, 1994—2014 йй. ректор; бер үк ваҡытта 2006—11 йй. БР ФА президенты.

     Фәнни эшмәкәрлеге тотош мөхиттәр механикаһына, үткәргес торба транспорты проблемаларына арналған. Ш. тарафынан үткәргес торбаларҙағы газ һәм нефть ҡатышмалары ағымының гидродинамик характеристикаларын иҫәпләп сығарыу һәм оператив диагностикалау, үҙгәреүсән файҙаланыу шарттарында нефть үткәргестәрҙең технологик параметрҙарын оптималләштереү ысулдары, бер төрлө булмаған мөхиттәрҙе ташыу, үткәргес торбаларҙы таҙартыу, ҡуйы нефть продукттарын һ.б. һаҡлау өсөн технологик ҡорамалдар уйлап табыла. Асыштары РФ һәм БР предприятиеларында индерелгән. 2008—14 йй. “Транспорт и хранение нефте­продуктов и углеводородного сырья” (“Нефть продукттарын һәм углеводород сеймалын ташыу һәм һаҡлау”; Мәскәү ҡ.) журналының баш мөхәррире. БР Вуз ректорҙары советы рәйесе (2000—10). БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 2—4‑се саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы (2007, 2011), И.М.Губкин исемендәге премия (1975) лауреаты. Почёт (2007), Дуҫлыҡ (Вьетнам; 2015), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2020) ордендары менән бүләкләнгән.

      Хеҙм.: Проектирование и эксплуатация насосных и компрессорных станций. М., 2003 (авторҙ.); Расчёт и обеспечение прочности трубопроводов в сложных инженерно‑геологических условиях: в 2 т. М., 2005—2006 (авторҙ.); Основы технической диагностики трубопроводных систем нефти и газа. СПб., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Р.Н.Бәхтизин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021
Шәхестәр:
Связанные статьи: