Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҠТИСАД

Просмотров: 1628

ИҠТИСАД, 1) етештереү, алмашыу, продукцияны бүлеү һәм ҡулланыу өлкәләрендәге ижт. мөнәсәбәттәр бергәлеге; баҙар иҡтисады, адм.-команда И., ғәҙәти И., ҡатнаш И. бүләләр; 2) илдең, төбәктең иҡт. эшмәкәрлеге һәм халыҡ хужалығы тармаҡтары төрҙәре; 3) етештереү мөнәсәбәттәрен, ижт. ойошма һәм хеҙмәт законлыҡтарын, иҡт. закондарҙың эшләүен, йәмәғәт етештереүе м‑н идара итеүҙе өйрәнеүсе фән. Иҡт. теорияһы һәм ғәмәли иҡт. фәндәргә бүленә. Иҡт. теорияһы микро‑ (айырым иҡт. берәмектәрҙең хужалыҡ системаһын өйрәнә) һәм макро‑ (ғөмүмән иҡт. системаһы) иҡт. бүлеп ҡарала. Ғәмәли иҡт. фәндәр тармаҡтар б‑са: сәнәғәт И., ауыл хужалығы И. һ.б.; эшмәкәрлек өлкәһе б‑са: эшҡыуарлыҡ И. (ҡара: Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге), финанс һәм кредит, инвестиция, һалымдар һ.б.; идара итеү (планлаштырыу) функциялары, етештереү факторҙары (хеҙмәт И.) һ.б. б‑са айырыла. Иҡт. тикшеренеү һөҙөмтәләре иҡтисади сәйәсәт эшләгәндә һәм үткәргәндә, иҡт. эшмәкәрлек тармаҡтарын һәм төрҙәрен күҙаллағанда һәм инвестиция һөҙөмтәлелеген баһалағанда, етештереү көстәрен, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырғанда һ.б. файҙаланыла.

Башҡортостанда иҡт. фәндәрҙең үҫеше 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы (ҡара: Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институты) асылыуға бәйле. Өйрәнеүҙең төп мәсьәләләре нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, химия сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте һәм оҡшаш тармаҡтар (транспорт) үҫешенең иҡт. һөҙөмтәлелеге була. 60‑сы йй. башында Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда, БНИИСХ‑ла, “ВНИИстройнефть” ин‑тының Өфө филиалында, һуңынан ӨАИ, ӨНИ‑нең йәмәғәт кафедралары эргәһендә иҡт. лабораториялары ойошторола. 70‑се йй. башынан алып иҡт. тикшеренеүҙәр үткәргәндә математик ысулдар (ҡара: Математик статистика, Математик иҡтисад, Эконометрия), системалар анализы һ.б. ҡулланыла. Төбәктәр үҫеше теорияһы һәм методологияһы өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр, төбәктә соц.-иҡт. процестар м‑н идара итеү механизмдарын эшләү — БР‑ҙың Фәндәр академияһында (Ү.Ғ.Ғосманов, М.Н.Иҫәнбаев, А.М.Мөхәмәтйәров һ.б.), РФА Өфө ФҮ‑нең Соц. иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында (Р.Ф.Ғатауллин, Х.Н.Ғиззәтуллин, А.И.Грекова, Иҫәнбаев, Н.И.Климова, М.И.Тоҡомбәтов һ.б.), БНИИСХ‑ла (Р.Ү.Ғосманов, З.И.Сәйетғәлиев, В.Д.Хужин, И.Т.Шәйәхмәтов һ.б.); төбәктең ҡабаттан етештереү потенциалын күтәреү анализы методологияһы һәм мәсьәләләре — Башҡорт дәүләт университетында (Х.Ә.Барлыбаев, А.Я.Дьяков, Иҫәнбаев, Ҡ.Н.Йосопов, А.В.Йәнгиров, З.Ғ.Йәрмөхәмәтов һ.б.); И. реаль секторында идара итеүҙең иҡт. законлыҡтары — Авиация техник университетында (М.К.Аристархова, Л.Й.Бохарбаева, Д.Ә.Ғайнанов, И.В.Дегтярёва, Ө.Ғ.Зиннуров, Н.К.Зәйнәшев, И.Р.Кощегулова, А.Һ.Макулов, И.З.Мостаев, Д.А.Смолдырев, М.Ш.Сәғитдинов, Л.Р.Әмирханова һ.б.); нефть һәм газ, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия комплекстары пр‑тиеларының инвестиция һәм инновация эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге — Нефть техник университетында (Л.И.Ванчухина, Е.С.Докучаев, А.Ф.Зимин, В.Г.Карпов, Ю.М.Малышев, Л.Н.Родионова һ.б.); ауыл хужалығы аҙыҡ‑түлек сәнәғәте секторында хужалыҡ итеүҙең иҡт. механизмдарын камиллаштырыу — Аграр университетта (Н.Ғ.Арыҫланов, М.С.Ғөбәйҙуллин, З.Ә.Ғәлин, Н.Ә.Исмәғилев, Л.М.Кликич, Д.Д.Лоҡманов, В.Ҡ.Носратуллин, Н.Т.Рафиҡова, Ю.Д.Ступалов, Ғ.Ә.Хәбиров, Р.Р.Яруллин һ.б.); эшҡыуарлыҡ һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһен үҫтереү механизмдары һәм инструменттары Иҡтисад һәм сервис университетында (Ш.З.Вәлиев, А.Н.Дегтярёв, З.Ғ.Зәйнәшева, И.А.Лузина, Н.З.Солодилова һ.б.) алып барыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “2005 й. тиклем Башҡорт АССР‑ының етештереүсе көстәрен үҫтереү һәм урынлаштырыу”, “1976—1980 йй., 1980—1985 йй., 1985—1990 йй. тиклем Башҡорт АССР-ның фәнни‑техник прогресының, иҡтисади һәм социаль үҫешенең төп йүнәлештәре” һ.б. комплекслы программаларҙы эшләүҙә, иҡтисади районлаштырыу эшендә файҙаланыла. “Төбәктең ҡабаттан етештереү потенциалы” Халыҡ‑ара фәнни‑ғәмәли конф. (2001—2010, Өфө), “Рәсәй төбәктәренең социаль‑иҡтисади үҫеше м‑н идара итеүҙең инновацион технологиялары” (2011, Өфө) Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конф. һ.б. үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Милли иҡтисад.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: