Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҠТИСАД БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

Просмотров: 1204

ИҠТИСАД БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, иҡтисад өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы; һөнәри һәм өҫтәмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. И.б.б. махсус (анализ һәм аудит, бухгалтерия иҫәбе, маркетинг, ойошма менеджменты, донъя иҡт., милли иҡтисад, статистика, финанс һәм кредит һ.б.) һәм дисциплина‑ара (кризисҡа ҡаршы идара итеү, коммерция, һалымдар һәм һалым һалыу, төбәк һәм тауар өйрәнеү белеме) фәндәрен өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда И.б.б. 20 б. 30‑сы йй. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының уҡыу‑консультация пункты асылғандан һуң үҫешә. 1931 й. — БАХИ‑ның малсылыҡ ф‑тында иҡт. һәм соц. а.х. пр‑тиеларын ойоштороу каф., 1966 й. иҡт. ф‑ты асыла. 1942 й. алып ӨАИ‑ла иҡт. дисциплиналары уҡытыла, 1966 й. башлап механика‑технология ф‑тында “иҡтисад һәм машиналар эшләү сәнәғәтен ойоштороу” һөнәре б‑са инженер-иҡтисадсылар әҙерләнә, 1972 й. инженер‑иҡт. ф‑ты (2006 й. башлап ӨДАТУ‑ның Иҡтисад һәм идара итеү ин‑ты) асыла. 1958 й. Өфө юғары партия мәктәбе асыла, уның нигеҙендә Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. ойошторола. 1959 й. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу совет сауҙаһы ин‑тының (ҡара: Рәсәй сауҙа-иҡтисад университеты) уҡыу‑консультация пункты асыла. 1969 й. ӨНИ‑нең инженер‑иҡт. ф‑ты (2005 й. алып ӨДНТУ‑ның Иҡтисад ин‑ты) ойошторола. 1988 й. БДУ‑ның геогр. ф‑тында халыҡ хужалығын планлаштырыу каф. асыла һәм иҡт. һөнәрҙәре б‑са тәүге студенттар ҡабул ителә, 1992 й. иҡт. ф‑ты асыла. Иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе б‑са урта квалификациялы белгестәр Авиация техникумында, Белорет металлургия колледжында, Благовещен сәнәғәт‑гуманитар техникумында, Бәләбәй машиналар эшләү техникумында, Ишембай нефть колледжында, Күмертау авиация техникумында, Нефтекама машиналар эшләү техникумында, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумында, Радиоэлектроника колледжында, Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжында, Туймазы индустриаль техникумында, Финанс‑иҡтисад колледжында, Яғыулыҡ‑энергетика колледжында һ.б. әҙерләнә. Юғары квалификациялы белгестәр Авиация техник университетында, Аграр университетта, Башҡорт дәүләт университетында, Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө филиалында, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Иҡтисад һәм сервис университетында, Нефть техник университетында, Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тында әҙерләнә. Вуздарҙа уҡытыу көндөҙгө бүлектә — 5, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә, магистратурала — 6 йыл, бакалавриатта — 4 йыл; урта махсус уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә 9 класс нигеҙендә — 4 йыл, 11 класс нигеҙендә — 3 йыл, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә — 4‑әр йыл. Квалификацияны күтәреү — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., БДАУ‑ҙа, БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла, ӨДИСА‑ла, ӨДНТУ‑ла һ.б. уҡыу йорттарында, фәнни һәм уҡытыу эшмәкәрлеге өсөн белгестәр әҙерләү РФА Өфө ФҮ‑нең һәм вуздарҙың иҡт. ф‑ттары аспирантураһында һәм докторантураһында ғәмәлгә ашырыла. И.б.б. үҫешенә Н.А.Айытов, М.Б.Айыуханов, Н.Ғ.Арыҫланов, Х.Ә.Барлыбаев, А.Ф.Брюгеман, Р.С.Ғайсин, Ү.Ғ.Ғосманов, Н.К.Зәйнәшев, М.Н.Иҫәнбаев, ҡ.Н.Йосопов, А.С.Макулов, К.Т.Маньков, Ф.У.Мөхәмәтлатипов, Ә.Х.Мәхмүтов, Р.Н.Сайранов, Ю.Д.Ступалов, Ә.С.Сәмиғуллин, Х.Я.Тахаев, М.И.Тоҡомбәтов, Ғ.Ә.Хәбиров, А.Х.Хәйруллин һ.б. ҙур өлөш индерә.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: