Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

Просмотров: 1512

АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, ҡулъяҙма китаптар, иҫке баҫма китаптар һ.б. тарихи сығанаҡтарҙы йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. 1973 й. алып археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе тарафынан ТТӘИ м‑н берлектә үткәрелә. Башҡортостанда һәм башҡорттар тупланып йәшәгән төбәктәрҙә (ТР, Силәбе, Ырымбур өлк. һ.б.) 30‑ға яҡын А.э. (етәкс. Ғ.Б.Хөсәйенов, ҡатнашыусылар И.Ғ.Ғәләүетдинов, М.Х.Иҙелбаев, В.И.Әхмәҙиев һ.б.) ойошторола. Археография б‑са 6,5 мең документ, ш. иҫ. ғәрәп телендә, фарсы телендә, төрки телендә, һуңыраҡ осорҙарға ҡараған башҡорт телендә, ҡаҙаҡ телендә, татар телендәге, бер аҙы славян телдәрендәге яҡынса 3 мең ҡулъяҙма һәм 3,5 мең иҫке баҫма китап тупланған, улар дини, лингв., мед., тарихи, филос., фольклор, этнографик, әҙәби, юридик һ.б. материалдарҙы үҙ эсенә ала. Улар араһында төрки әҙәбиәте ҡомартҡылары “Ҡиссаи Йософ”, “Киҫекбаш китабы”, Аҡмулла, Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, Ғ.Соҡорой, Т.Ялсығол һ.б. әҫәрҙәре, башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙары (бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян һ.б.) шәжәрәләре бар.

Рәил Ғ.Кузеев, Т.М.Ғарипов һ.б. тарафынан башҡ. тамғаларын (3 меңдән ашыу вариант йыйылған), таш плиталарҙағы эпитафиялар һ.б. эпиграфик ҡомартҡыларҙы (ҡара: Эпиграфика) өйрәнеү б‑са экспедициялар ойошторола. 1978 й. 14 б. ҡараған ғәрәп яҙмалы таш плитала (Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а. янында), 1981 й. таштарҙа, ҡаяларҙа (Әлшәй р‑ны Ташлы а. янында) 7—8 бб. рун текстары (ҡара: Боронғо төрки рун яҙмалары) табыла. А.э. материалдары ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Ғилми китапханала, Ғилми архивта, Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осраусы китаптар бүлегендә һ.б. һаҡлана (ҡара: Китап‑ҡулъяҙмалар фонды).

Тупланған материалдар нигеҙендә библиография, генеалогия, лингвистика, палеография, сығанаҡтар өйрәнеү, текстология б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, “Башҡорт халыҡ ижады” һәм “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә), “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—1996) күп томлы хеҙмәттәре, “Башҡорт әҙәбиәте: ХХ быуат башы” (2 китапта, 1983—1984), “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы” (2 томда, 1999—2007) баҫтырыла. Кузеев 1960 й. башҡ. ырыуҙары һәм ҡәбиләләренең 25 шәжәрәһе ингән “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”) йыйынтығын нәшер итә, 2002 й. Р.М.Болғаҡов һәм М.Х.Нәҙерғолов “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские родословные”) йыйынтығын әҙерләп баҫтыра, уға өҫтәмә рәүештә 27 шәжәрә ингән. Ғәләүетдинов «Тажетдин Ялсығолдоң “Тарихнамәи булғар”ы»н («“Тарих нама‑и булгар” Тажетдина Ялсыгулова”»; 1990), Хөсәйенов “Батыршаның императрица Елизавета Петровнаға хаты”н (“Письмо Батырши императрице Елизавете Петровне”; 1993, ҡара: Батыршаның батшаға яҙған хаты), Болғаҡов һәм Ғәләүетдинов берлектә “Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалары тасуирламаһы. 1‑се киҫәк. Төрки ҡулъяҙмалары” (“Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч.1. Тюркские рукописи”; 2‑се баҫма, 2010) һ.б. баҫтыра. 1977—79 йй. Башҡортостанда һәм Ырымбур өлк. МДУ (етәкс. И.В.Поздеев) һәм Урал берләштерелгән археографик экспедицияһының Силәбе отряды (етәкс. В.И.Байдин) А.э. эшләй. Старообрядсылар араһында (ҡара: Старообрядсылыҡ) кириллицалы китап традицияһы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, иҫке баҫма китаптар, улар араһында “Апостол” (1635), “Псалтырь” (1647), ҡулъяҙмалар — “Часовенник” (18 б.), дини шиғыр йыйынтыҡтары (19 б.) — һ.б. археографик материалдар йыйыла.

Әҙәб.: Кузеев Р.Г., Гвоздикова И.М. Деятельность Южно‑Уральского отделения Археографической комиссии АН СССР в 1972—1986 гг. //Малоизученные источники по истории Башкирии. Уфа, 1986; Гвоздикова И.М., Кузеев Р.Г. Южно‑Уральское отделение археографической комиссии РАН //Археография Южного Урала. Уфа, 2004.

И.М.Гвоздикова, Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019