Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКСПЕРТ СИСТЕМА

Просмотров: 998

ЭКСПЕРТ СИСТЕМА, эшмәкәрлектең билдәле бер өлкәһендә ҡулланыусыға ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген биргән белешмә характерҙағы ғәмәли программалар пакеты. Э.с. нигеҙендә мәсьәләләрҙе сисеүҙең эвристик принцибы ята. Нейрокомпьютер һәм нейроселтәр технологиялары альтернатив йүнәлеш булып тора, унда белемдең булыуы асыҡ түгел һәм ул уҡыу процесында алына. Динамик, квазидинамик, статик Э.с. айырыла. Прогнозлау, образдарҙы таныу, интеллектуаль роботтарҙы уйлап табыуҙа, лингвистикала, математик модель әҙерләүҙә һ.б. ҡулланыла. Авиация техник университетында 1978—90 йй. күп тапҡыр ҡулланыла торған “Буран” йыһан аппараты м‑н идара итеү өсөн Э.с эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, 80‑се йй. осоу аппараты бортында киҫкен хәл килеп сыҡҡанда операторға ярҙам күрһәтер өсөн “электрон кәңәшсе” эшләнә (И.У.Йосопов); 80‑се йй. алып мобиль транспорт объекттары, производство системалары, уҡыу‑уҡытыу процесы м‑н идара итеү (Л.Р.Черняховская), 90‑сы йй. ҡатмарлы техник объекттарҙы диагностикалау (С.В.Жернаков) өсөн Э.с. булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; 2000 й. башлап информатика б‑са белгестәр әҙерләү программаларын анализлау, уҡыусыларға шәхси психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ярҙам итеү өсөн Э.с. алгоритмдар һәм мәғлүмәт м‑н тәьмин ителә, тотҡарлыҡ һәм киҫкен хәл шарттарында ҡатмарлы техник объекттарға идара итеү методологияһы, юғары мәктәптә уҡыу‑уҡытыу процестарына идара итеү, хәүефле объекттар һәм аварияларҙың ихтимал булған үҫеше сценарийҙары т‑дағы мәғлүмәттәрҙе күҙ алдына килтереү моделдәре һ.б. уйлап табыла (Н.И. Йосопова). 90‑сы йй. Нефть техник университетында А.Х. Мирзаджанзаде етәкс. скважиналарҙы гидрогазодинамик тикшереү мәғлүмәттәрен эшкәртеү, штангалы ер аҫты насостарын эксплуатациялағанда килеп сыҡҡан ҡатмарлыҡтарҙы диагностикалау (динамограф һөҙөмтәләре б‑са) өсөн Э.с. эшләнә (Р.Н.Бәхтизин, М.М.Хәсәнов һ.б.). 2005 й. Башҡорт дәүләт университетында Э.с. юриспруденцияла ҡулланыу, хоҡуҡи матем. моделдәр әҙерләгәндә ихтималлығы аныҡ булма­ған ҡарарҙар күмәклектәрендә һайлап алыу стратегияһын төҙөү, төрлө сәбәптәр м‑н боҙолған хоҡуҡи мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн билдәләү б‑са тикшеренеүҙәр башлана (Р.Р.Ғәзизов). 2007 й. ӨДАТУ‑ла РФА‑ның Яһалма интеллект методологияһы б‑са ғилми советының Башҡ‑н бүлексәһе асыла (рәйестәштәре Йосопова, М.С.Ҡунафин).

Әҙәб.: Автоматизированное проектирование информационно‑управляющих систем. Проектирование экспертных систем на основе системного моделирования /Г.Г.Куликов [и др.]. Уфа, 1999; Философские и прикладные вопросы методологии искусственного интеллекта /Н.И.Юсупова [и др.]. М., 2009.

Р.Р.Ғәзизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019