Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТРОНИКА

Просмотров: 1242

ЭЛЕКТРОНИКА, электрондарҙың электромагнит ҡырҙары м‑н тәьҫир итешеүе һәм электромагнит энергияны үҙгәртеү (мәғлүмәт тапшырыу, уны эшкәртеү һәм һаҡлау) өсөн тәғәйенләнгән электрон приборҙар һәм ҡоролмалар (вакуум, газ разрядлы, ярымүткәргес) төҙөүысулдарыт‑дағы фән. Классик механикаға һәм квант механикаһына, кристаллографияға, ҡаты есемдәр физикаһына, оптикаға, термодинамикаға, химияға, электродинамикаға һ.б. нигеҙләнә; приборҙар эшләү өсөн физик электрониканың теоретик нигеҙҙәрен файҙалана. Э. төп бүлектәре: вакуум Э. (электрондарҙың вакуумда тәьҫир итешеүе һәм торошо), ҡаты есемдәр Э. (эшкәрткәндә ярымүткәргестәрҙең үҙсәнлектәре үҙгәреү), квант Э. (атомдарҙың, молекулаларҙың һәм ҡаты есемдәрҙең мәжбүри нурланышы нигеҙендә электромагнит тирбәлеүҙәренең көсәйеүе һәм генерацияланыуы), микроэлектроника. Электрон приборҙар һәм ҡоролмалар элемтә, авионика, автоматика системаларында, хисаплау, үлсәү техникаһында һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Э. үҫеше Б.В. һуғышы йылдарында элемтә сараларын етештереү пр‑тиеларының Өфөгә эвакуацияланыуына бәйле. 20 б. 60‑сы йй. ӨАИ‑ла сәнәғәт Э. каф., авиация энергия сығанаҡтарының электрон автоматикаһы ғилми‑тикшеренеү лаб. асыла; 70‑се йй. “Вихрь” ғилми конструкторлыҡ‑технология бюроһында электрон энергетика комплекстары һәм уларға идара итеү системалары (С.А. Горбатков, Ю.М.Гусев, С.В.Шапиро, А.А.Шуляк һ.б.), СССР‑ҙа тәүге газ турбиналы двигателгә автоматлаш­тырылған идара итеүҙең электрон системаһы (Гусев) эшләнә. 80‑се йй. “Солитон” ҒТИ‑нда ҡалын һәм йоҡа плёнкалы интеграль микросхемалар етештереү үҙләштерелә башлай, элемтә системаларының электрон ҡоролмалары (ш. иҫ. сүсле‑оптик линиялар өсөн) уйлап табыла. Башҡортостанда “Прогресс” ПБ, “Молния” ҒПП, “Промсвязь” з‑ды, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, “Уфимкабель” ААЙ эшләй. 2006 й. башлап “Башҡортостан социаль карталар регистры” ААЙ‑нда О.Н. Романов етәкс. Башҡортостан электрон социаль картаһы — клиенттың исемле пластик картаһын (паспорт мәғлүмәттәре, мед. картаһы, соц. льготалар т‑да мәғлүмәттәр һ.б. инә) эшләү һәм индереү б‑са эштәр алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Радиоэлектроника.

С.А.Лавров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: