Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИЗИК ЭЛЕКТРОНИКА

Просмотров: 1145

ФИЗИК ЭЛЕКТРОНИКА, фән һәм техниканың вакуумдағы, газдарҙағы, шыйыҡ, ҡаты есемдәрҙәге һәм плазмалағы, ш. уҡ уларҙың сиктәрендәге физик күренештәрҙе электрон приборҙар һәм ҡоролмалар төҙөү маҡсатында өйрәнгән өлкәһе; электрониканың теоретик нигеҙе. Төп бүлектәре: зарядланған өлөшсәләрҙең эмиссияһы; вакуумда зарядтарҙың күсерелеүе; ҡаты есемле микро‑ һәм наноструктураларҙа, молекуляр структураларҙа һәм кластерҙарҙа, электр үткәреүсе, ярым үткәргес һәм йоҡа диэлектрик плёнкаларҙа һәм ҡаплауҙарҙа; плазмала барған физик күренештәр. Башҡортостанда Ф.э. 20 б. 70‑се йй. үҫеш ала. Башҡорт дәүләт университетында ярым үткәргестәр һәм металдарҙың электр ҡыры эмиссияһы микроскопияһы һәм спектроскопияһы, ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙөндәге адсорбция һәм диффузия теорияһы уйлап табылған; эйәртелеүле булмаған электр яғынан актив полимер ҡатламлы катодтарҙан электрондарҙың һалҡын электр ҡыры эмиссияһы, молекуляр-нурланыш эпитаксияһы ысулы м-н бәләкәй үлсәмле гетероструктуралар булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән; ярым үткәргес электр ҡыры эмиттерҙарының флуктуация спектроскопияһы үҫешә; электрлашыу процестарын өйрәнеү өсөн приборҙар эшләнә (Р.З.Бәхтизин, С.С.Гоц, Ю.М.Йомағужин). Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында йоҡа полимер плёнкаларҙың электр үткәреүсәнлегенә тышҡы факторҙарҙың (механик баҫым, электр һәм магнит ҡырҙары, т‑ралар градиенты, мөхиттең химик составы) тәьҫире тикшерелгән; баҫым, т‑ра, электр һәм магнит ҡырҙары, газдарҙың химик составы, эретмәләрҙең рН күрһәткесе, металл конструкцияларҙағы фазалар күсеүе һәм структура үҙгәреүҙәре өсөн наноүлсәмле электронлы датчиктар төҙөүҙең; ике үлсәмле электрон газында юғары йышлыҡлы ҡыр транзисторы; мониторҙар һәм яҡтылыҡ сәсеүсе панелдәр өсөн яҡтылыҡҡа һиҙгерлеге юғары булған һәм яҡтылыҡ сәсеүсе структуралар төҙөүҙең теоретик нигеҙҙәре уйлап табыла (А.Н.Лачинов, В.М.Корнилов). Педагогия университетында эйәртелеүле булмаған йоҡа полимер плёнкаларҙа электр зарядының күсерелеүе (Р.Б.Сәлихов), Бөрө соц.‑пед. акад. — полимер материалдарҙағы электр күренештәре б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.Ф. Пономарёв). Шулай уҡ ҡара: Атомдар һәм молекулалар физикаһы.

А.Ф.Пономарёв

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019