Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИКРОЭЛЕКТРОНИКА

Просмотров: 1063

МИКРОЭЛЕКТРОНИКА, электрониканың микроминиатюр электрон ҡоролмалар төҙөү м‑н шөғөлләнгән өлкәһе. М. 20 б. 2‑се ярт. ҡаты есем физикаһы өлкәһендәге фундаменталь фән ҡаҙаныштарына, квант электроникаһы теорияһы барлыҡҡа килеүгә бәйле үҫешә. М. ҡулланыу өлкәһе: авиация һәм йыһан аппараттары, иҫәпләү ҡоролмалары, көнкүреш техникаһы өсөн приборҙар һ.б. яһау. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып интеграль схемалар (ИС) әҙерләүҙең йоҡа (вакуум ярҙамында йәбештерелгән плёнкалар һуңынан фотолитография ысулы м‑н эшкәртелә) һәм ҡалын плёнкалы (резистив, диэлектрик һәм үткәргес пасталар м‑н трафарет аша керамик түшәмәгә йәбештерелә, аҙаҡтан конвейер мейестәрендә ҡыҙҙырыла) технологиялары үҙләштерелә. 1969 й. Өфө “Молния” ҒПБ‑нда йоҡа плёнкалы технология лаб. ойошторола, беренсе резистив микросхемалар һәм бөтөн микроузел конструкцияһы эшләнә (Г.С.Кулешов, А.Ф.Супицкий, В.Г.Яковлев). А.Н.Дегтярёв етәкс. борт электроника автоматикаһы блоктарында файҙаланылған йоҡа плёнкалы микросхемаларҙы сериялы етештереү ысулы уйлап табылған һәм индерелгән, улар тәүге тапҡыр Як‑42 самолётының электрон системаларында ҡулланылған (В.П.Филиппов). 1975 й. лаб. базаһында йылына 5 мең микросхема етештерә алған производство участкаһы асыла. 1977 й. МиГ‑29 самолётының двигателе м‑н идара итеү системаһы өсөн йоҡа плёнкалы микросхемалар комплексы, ҡалын плёнкалы керамик платалар нигеҙендә функциональ узелдар комплекты һәм Ан‑70, Ил‑114, МиГ‑29К, Ту‑334 самолёттары һәм ракета техникаһы өсөн илдә беренсе “Молния‑Д” микроэлектрон‑иҫәпләү машинаһы уйлап табылған (А.В.Бирюков, Б.С.Дорфман, Супицкий һ.б.). 1978 й. “Солитон” ҒТИ‑нда А.П.Асабин етәкс. микроэлектроника лаб. ойошторола, мәғлүмәтте тәүге тапҡыр сүсле‑оптик кабель (ҡара: Сүсле‑оптик элемтә линияһы) б‑са тапшырыуҙың күп каналлы системаларында файҙаланылған йоҡа һәм ҡалын плёнкалы микройыйыуҙы тикшереү һәм әҙерләү технологиялары үҙләштерелә (А.Я.Зайдман); 1984 й. илдә тәүге тапҡыр ҙур үлсәмле металл‑диэлектрик түшәмәләр һәм улар нигеҙендә радиоэлектроника аппаратураһының гибридлы интеграль узелдары өсөн күп кимәлдәге ҡалын плёнкалы коммутация платалары уйлап табылған һәм производствоға индерелгән (Б.С.Гроссман, С.А.Зайдман). “Солитон” ҒТИ — респ. аппараттарҙы проектлаған һәм сығарған ваҡытта өс технологияны (йоҡа плёнкалы, ҡалын плёнкалы һәм металл‑диэлектрик түшәмәләрҙән торған платаларҙы әҙерләү) бергә ҡулланған берҙән‑бер пр‑тие. 1990 й. алып база матрица кристалдары нигеҙендәге ҙур интеграль схемаларҙы уйлап табыу һәм етештереү б‑са эштәр алып барыла, улар ин‑т сығарған аппаратураларҙа файҙаланыла. Элемтә аппараттары өсөн М. изделиеларын уйлап табыуға В.В.Дарагач, В.Н.Хомский һ.б. ҙур өлөш индерә. 1979 й. Өфө коммутация аппараттары з‑дында ҡалын плёнкалағы гибридлы интеграль схемалар (ГИС) ҡулланылған электрон автоматлаштырылған телефон станцияларын етештереү үҙләштерелә башлай. “Меркурий” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында микроэлектроника лаб. ойошторола, унда сит ил ҡорамалдарында микросхемалар етештереү (А.И.Голенковский, К.В.Парфёнов) һәм уларҙы илебеҙҙәге элемент базаһына күсереү проблемалары (А.Г.Копанев, В.Ф.Лохматов, И.Н.Перов һ.б.) хәл ителә; ҡалын плёнкалы гибридлы интеграль схемаларҙың пассив элементтарын эшләү өсөн материалдар (үткәргес, резистив һ.б. пасталар) илдә етештерелә (Р.Р.Гәрәев, Ш.З.Измай- лов һ.б.), резисторҙарҙы лазер ярҙамында яраҡлаштырып ҡуйыу һәм гибридлы интеграль схемаларҙы көйләү методикаһы уйлап табыла. 1981 й. — электрон автоматлаштырылған телефон станциялары, 1982 й. “Өфө” һәм “Меркурий” радиоалғыстары өсөн гибридлы интеграль схемаларҙың тәүге тәжрибә өлгөләре эшләнә (1983 й. сит ил ҡорамалдарында уларҙы сериялы етештереү башлана). 1984 й. етештереүсәнлеге йылына 4 млн данаға тиклем булған гибридлы интеграль схемаларҙы сығарыу цехы сафҡа индерелә (Н.А.Рябинин). 1985 й. Башҡ‑н “Прогресс” ПБ‑нда М. участкаһы ойошторола, ул 1987 й. үҙ аллы пр‑тиеға әйләнә (ҡара: “Магнетрон”), унда йоҡа плёнкаларҙы вакуумда магнетронлы өрҙөрөү ҡоролмаһының конструкцияһы эшләнә (В.П.Петраков); яңы технологиялар һәм интеграль схемаларҙы сериялы етештереү үҙләштерелә (Д.И.Баркдон, А.А.Ощепков, С.Н.Щуренко), йоҡа плёнкалы технология нигеҙендә продукция (телевизор антеннаһының көсәйткестәре, нефть сығарыу насостары м‑н идара итеүҙе автоматлаштырыу өсөн микройыйылмалар, автоматлаштырылған телефон станцияларының кросс ҡорамалдары өсөн һаҡлағыстар, “Базальт” телефон линияларында һөйләнелгән мәғлүмәтте һаҡлау сараһы әйберҙәре) етештереү арттырыла. 80‑се йй. ӨПЭПБ‑ла авиация приборҙары эшләү сәнәғәте өсөн М. технологияларын үҙләштереү башлана; 1982 й. “Орбита” тәжрибә__КБ‑нда комплекслы микроминиатюризациялау секторы ойошторола, 1983 й. борт цифрлы хисаплау машиналары өсөн микройыйылмалар эшләнә; 1987 й. М. бүлеге ойошторола, 1988—89 йй. йоҡа плёнкалы микройыйылмаларҙы, ш. иҫ. Ан‑70 самолётының борт комплексындағы мультиплекслы каналдың аҙаҡҡы каскады булған микройыйылманы, сығарыу үҙләштерелә (С.А.Лавров, О.Е.Рассказов). БДУ‑ла үткәргес һәм резистив материалдарҙы вакуумлы өрҙөрөү технологияһы үҙләштерелә (В.М.Ягодкин етәкс.), үҙ‑ара тап килгән композиция пасталарының системалары эшләнә (Н.И.Абдрахманов, А.В.Васильев, Ф.С.Кәримов).

С.А.Лавров, Т.А.Плетенёва

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019