Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭСТЕТИКА

Просмотров: 1525

ЭСТЕТИКА (гр. aisthētikos — һиҙемле), кешенең донъяны эстетик үҙләштереүенең дөйөм законлыҡтары, матурлыҡ ҡануны б‑са ижадтың асылы һәм формалары т‑дағы философия фәне. Э. термины тәүге тапҡыр 18 б. уртаһында нем. философы А.Г.Баумгартен тарафынан индерелә. Э. структураһында Э. теорияһы һәм тарихы, художестволы ижад, дизайн һәм предмет мөхитен үҙләштереү, эстетик тәрбиә теориялары айырыла. Сәнғәт ғилеме, культурология, психология, социология, философия, экология һ.б. м‑н бәйле. Башҡорттарҙың Э. берҙәм фәлсәфәүи‑дини һәм этик‑художестволы фекерләү сиктәрендә үҫешә. Ислам йоғонтоһонда башҡорт халыҡ Э. кешене, тәбиғәт һәм соц. күренештәрҙе эстетик баһалауҙа милли үҙенсәлекте, ябайлыҡты, тормошсанлыҡты һаҡлаған. 19 б. уртаһынан башҡорттарҙың Э., уларҙың рухи мираҫы проблемалары Р.Г.Игнатьев, Ф.Д. Не­фёдов һ.б. тарафынан өйрәнелә, Аҡмулла, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф. Фәхретдиновтың ижадында сағылыш ала. Э. теорияһы һәм тарихы мәсьәләләре Л.К.Вычужанова, Г.З. Ма­каева, эстетик мәҙәниәт һәм тәрбиә проблемалары — Е.В.Ардашова, Г.А.Барыкина, З.Й.Рәхмәтуллина, А.Ф.Фәйзуллин, А.Й.Фәтҡуллина, эстетик‑баһалау критерийҙарының һәм башҡорт Э. милли үҙенсәлектәре З.Р.Вәлиуллина, Рәхмәтуллина һ.б. хеҙмәттәрендә ҡарала.

Әҙәб.: Каган М.С. Эстетика как философская наука. СПб., 1997; Рахматуллина З.Я. Башкирский национальный дух (социально‑философский очерк). Уфа, 2002.

З.Й.Рәхмәтуллина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: