Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТУРЛЫҠ

Просмотров: 1163

МАТУРЛЫҠ, кеше аңында әйберҙәр м‑н тирә‑яҡтағы ысынбарлыҡтың әхлаҡи ҡәнәғәтләнеү һәм эстетик ләззәт бирә алырлыҡ эске һәм тышҡы сифаттарын асыусы универсаль йәшәйеш формаларының береһе. М. тәбиғәттә, ижт. тормошта, индивидтың матди һәм рухи эшмәкәрлегендә, кешенең үҙендә бар. М. һәм уның төрҙәрен ҡабул итеү утилитар уйҙарҙан азат һәм ихлас була. Предмет йәки күренештең М. уның тышҡы ҡиәфәте һәм эске сифаттары м‑н ләззәт бирә. Гүзәллек М. иң юғары кәүҙәләнеше булып тора. М. нигеҙендә ысынбарлыҡ объекттарына хас булған объектив законлыҡтар, аһәңлелек, симметрия, ритм, пропорционаллек, маҡсатҡа ярашлылыҡ, ш. уҡ предметтар һәм күренештәрҙең тышҡы рәүешендәге тауыш һәм төҫ үҙенсәлектәренең самаһы ята. М. ике яҡлы, объектив‑субъектив тәбиғәтле. Сәнғәтте, тирә‑яҡ донъяны, матди һәм рухи әҫәрҙәрҙе кеше субъектив‑эстетик баһалай, эстетик зауыҡ һәм идеалдар аша үҙләштерә, шуға күрә М. күпмелер дәрәжәлә әхлаҡи, соц., тарихи, милли һ.б. критерийҙарға бәйле.

Башҡорттарҙың М. күҙ алдына килтереүе, уны ҡабул итеү һәм уның м‑н ләззәтләнеү һәләте, үҙ мөхитендә һәм сәнғәтендә кәүҙәләндереү оҫталығы уларҙың йәшәү рәүеше, әхлаҡи йүнәлештәре һәм дини ышаныуҙарына бәйле. Күсмә халыҡ мәҙәниәте, ислам ҡабул итеү үҙҙәрен Тәбиғәттең кәүҙәләнеше һәм рәүеше тип иҫәпләгән башҡорттарҙың эстетик ҡараштарына йоғонто яһаған. Башҡорттарҙың фекеренсә, М. үҙ файҙаһын ҡайғыртҡан мәнфәғәттәрҙән юғары һәм ифрат рухи төшөнсә. Башҡорт төбәген өйрәнеүселәрҙең күбеһе башҡорт халҡының нескә зауыҡлы эстетизмын, ижади һәләтлелеген, М. тоя, ләззәтләнә һәм уның закондары б‑са ижад итә алыуын билдәләй. Халыҡ аңында М. бер нисә рәүештә кәүҙәләндерелгән: тәбиғәт М., ҡатын‑ҡыҙ М., хайуандар М. Исламдың тере йәндәрҙе һүрәтләүҙе тыйыуына ҡарамаҫтан, башҡорттар камиллыҡ, әһәңлелек һәм сама т‑да күҙаллауҙарын орнаменттарҙа, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте, зәргәрлек сәнғәтендә, балаҫ һуғыуҙа, башҡорт кейемендә, көй‑йыр, шиғри һәм бейеү ижадында һынландыра алған. Хәҙ. башҡорт сәнғәте халыҡтың М. традицион күҙаллауын ижади дөйөмләштереү булып тора.

Әҙәб.: В а л е е в Д.Ж. Об эстетике башкирского эпоса //Фольклор народов РСФСР. Уфа, 1989; К а г а н М.С. Эстетика как философская наука. СПб., 1997.

З.Й.Рәхмәтуллина

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: