Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХЛАҠ

Просмотров: 1376

ӘХЛАҠ (лат. moralis — әхлаҡлы), ижт. аңдың бер төрө, изгелек м‑н яуызлыҡ араһында һайлау һәм традицияларға, йәмәғәтселек фекеренәһәм кешенең аңына (намыҫына) таянып, йәмғиәттә кешеләрҙең тәртибен көйләгән соц. институт. Этика тарафынан өйрәнелә. Әҙәп Ә. тәртибе (кешеләрҙең реаль эштәре) м‑н билдәләнә. Ә. тейешле тәртип кодексын барлыҡҡа килтергән нормаларҙы һәм кешеләрҙең реаль ғәҙәттәрен (кешелекле йәки әҙәпле булыу) үҙ эсенә ала; кешенең ҡылған эштәре һәм уларҙы аңлау, шәхес һәм йәмәғәт аңында баһалауҙың берлеге булараҡ сығыш яһай. Ә. төп төшөнсәләре – изгелек һәм яуызлыҡ. Ә. – ижт.‑тарихи күренеш, этник үҙенсәлеге йәшәү мөхитенә, йәшәү рәүешенә һ.б. бәйле. Ә. ҡиммәттәре Библияла, Ҡөрьәндә, Тәүратта һ.б., традицияларҙа һәм йолаларҙа, фольклор, әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәрендә һ.б. сағылыш тапҡан.

Башҡорт легендалары, риүәйәттәре, эпик хикәйәттәре, нәсихәттәре, дидактик ҡобайырҙары, мөнәжәттәре, мәҡәлдәре, әйтемдәре Ә. т‑да белемде һаҡлаған һәм быуындан‑быуынға тапшырған. “Аҡбуҙат”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Урал батыр” һ.б. эпостарҙа изгелек һәм яуызлыҡ диалектикаһы, мәңгелек идеяһы, изгелек көсө, геройҙарҙың әхлаҡи рефлексияһы сағылған. Барымта һәм ҡарымта йола хоҡуғы нормалары тиңлек һәм ғәҙеллек идеяларына бәйле. Ғәрәп‑мосолман мәҙәниәте ҡиммәттәре һәм ислам тәртип нормалары башҡорттарҙыңижт. мөнәсәбәттәренең әхлаҡ өлөшөнә әйләнә, уларҙың әҙәп йүнәлештәрен билдәләй.

Әҙәб.: В а л е е в Д.Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 1989; Р а х м а т у л л и н а З.Я. Башкирский национальный дух (социально‑философский очерк). Уфа, 2002.

З.Й.Рәхмәтуллина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: