Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТНИК ПРОЦЕСТАР

Просмотров: 1362

ЭТНИК ПРОЦЕСТАР, этногенез һәм этник тарих барышында этнос‑ара эшмәкәрлек йәки этностың эске эволюцияһына бәйле айырым этник компоненттарҙың, этностың йәки уның бер өлөшөнөң үҙгәреүе. Эволюцион (этносты берләштергән) һәм трансформацион (этносты бүлгән) Э.п. айырыла. Этносты берләштергән процестар этностың эске билдәләренең үҙгәреүендә сағылыш таба: телдә диалекттарҙың, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең, ике теллелектең барлыҡҡа килеүе йәки юғалыуы һ.б.; мәҙәниәттә — этник терр‑яларҙың киңәйеүе йәки теле һәм мәҙәниәте б‑са яҡын этностарҙың ҙур этник берлектәргә берләшеүе һөҙөмтәһендә этностың мәҙәни бер төрлөлөгөнөң көсһөҙләнеүе; соц. өлкәлә соц. нормалар, структуралар һ.б. үҙгәреүе йәки юҡҡа сығыуы м‑н бәйле була. Этник ассимиляция, консолидация, этнос‑ара интеграция (этностарҙың күп милләтле дәүләткә берләшеүе һ.б.), этник миграция (ҡара: Халыҡ миграцияһы), акультурация (башҡа халыҡтар мәҙәниәтенең ҡайһы бер элементтарын өлөшләтә йәки тулыһынса ҡабул итеү), этник миксацияны (туғандаш булмаған этностарҙың берләшеүе) һ.б. үҙ эсенә ала. Этностарҙы бүлеүсе процестар этник үҙаңды алмаштырыуҙа йәки юғалтыуҙа, этностың бүленеүендә йәки уның бер өлөшөнөң айырылып сығып үҙ аллы халыҡҡа әйләнеүендә сағылыш таба. Этник парциация, этник ареалдың бүленеүен үҙ эсенә ала. Н.А.Мәжитов фекере б‑са, Башҡортостан терр‑яһында Э.п. үҫеше иртә тимер быуатта башланған һәм төрки ҡәбиләләрҙең үтеп инеүе, бахмут мәҙәниәте, һуңыраҡ — турбаҫлы мәҙәниәте, кушнаренко мәҙәниәте һ.б. формалашыуы м‑н бәйле булған; 6 — 8 бб. Көньяҡ Урал терр‑яһында, фаразланыуынса үҙҙәрен “Башҡорттар” (ҡара: Башҡорт) тип атаған, Урта Азиянан күсенгән ҙур төркөмдөң этник миграцияһы күҙәтелә (ҡара: Өфө II). Р.Ғ.Кузеев фекеренсә, б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. алып башҡорттарҙа Э.п. Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһе сиктәрендә үткән. Көньяҡ Уралға күскәнгә тиклем башҡорт ҡәбиләләренең бер өлөшө ҡыймаҡтар, ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар, бәшнәктәр м‑н бәйләнешкә инеп, Арал буйы‑Һырдаръя далаларында күсенеп йөрөгән (ҡара: Күсмә тормош). 9 б. аҙ. — 10 б. башында башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары Көньяҡ Уралға күсенгән. Башҡорттар т‑да тәүге мәғлүмәттәр Балхи, Сәлләм Тәржемән, Ибн Хордадбех, Ибн Руста, Иҙриси һ.б. хеҙмәттәрендә осрай. 10 — 12 бб. башҡорт ҡәбиләләренең берләшеү процесы тамамлана. Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы составында булған осорҙа башҡорттарҙа мәҙәниәт һәм тел йәһәтенән бүленеү күҙәтелә (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары), көнбайыш (дала һәм урман‑дала райондары) һәм көнсығыш (тау‑урман) этнографик төркөмдәр барлыҡҡа килә. 16 б. башҡорттарҙың берҙәм этник терр‑яһы (ҡара: Башҡортостан), сәйәси власы (ҡара: Хан), урындағы үҙидара органы (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай) булған башҡорт ырыуҙары берләшмәләренә ҡушылыуы, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң консолидациялау процесы тамамлана. Башҡорт халҡы составында типтәрҙәрҙең, мишәрҙәрҙең бер өлөшө ассимиляциялана. Революциянан (1917) һәм автономия ойошторолғандан һуң, адм.‑терр. реформалар (ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош) һәм соц.‑иҡт. үҙгәрештәр барышында башҡорт халҡы этник яҡтан туплана, башҡорттарҙың этник төркөмдәре барлыҡҡа килә. Халыҡтың Башҡортостандан ситкә күсенеүе һөҙөмтәһендә РФ‑тың төрлө төбәктәрендә тупланып ултырмаған башҡорт диаспоралары барлыҡҡа килә.

Әҙәб.: Кузеев Р.Г. Краткий очерк этнической истории башкирского народа Археология и этнография Башкирии. 1973. Т.5; Башкиры. Этническая история и традиционная культура. Уфа, 2002.; Мажитов Н.А., Султанова А.Н. История Башкортостана. Древность. Уфа, 2011.

Н.А.Мәжитов, Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019