Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮЛДАШБАЕВ Әмир Мырҙағәли улы

Просмотров: 1373

ЮЛДАШБАЕВ Әмир Мырҙағәли улы (25.12.1940, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Аҡъяр а. — 27.4.2017, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре кандидаты (1972). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2000). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1968 й. тиклем ӨАИ‑ла, 1971 й. алып БДПИ‑ла уҡыта (1987—92 йй. философия кафедраһы мөдире). 1994 й. башлап БР Президенты Хакимиәтендә: 1997 й. алып Социаль‑иҡтисади сәйәсәт идаралығы, 2004 й. — Мәғлүмәт‑аналитика идаралығы, 2006—08 йй. Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—10 йй. Ижтимағи‑сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире. Ә.Ә.Вәлидовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы тикшеренеүҙәр, уның әҫәрҙәренең (“Хәтирәләр”, “Башҡорттарҙың тарихы” һ.б.) төрөк теленән башҡорт һәм урыҫ телдәренә тәржемәләре авторы. БР ФА‑ның Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (2010).

  Х е ҙ м.: Известный и неизвестный Заки Валиди (в памяти своих современников). Уфа, 2000.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.01.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: