Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ

Просмотров: 1346

СЕЙ ЯРА АУЫРЫУЫ, хроник, ҡабатланып торған ауырыу, ашҡаҙан йәки бөйән эсәгенең лайлалы тиресәһендә сей яра барлыҡҡа килеүе хас. С.я.а. хеликобактериаль инфекция м‑н ассоциацияланған һәм ассоциацияланмаған төрҙәргә; бер нисә ауырыу м‑н бергә барған, яңғыҙ һәм күмәккә айырып ҡарайҙар. Агрессияның дөйөм һәм урындағы факторҙары (тоҙ к‑таһы, пепсин артыҡ бүленеп сыҡҡанда, гиҙеүсе нерв гипертонусы һ.б.) нисбәте һәм гастродуоденаль зонаның лайлалы тиресәһен һаҡлағыстар боҙолғанда (бүленеп сыҡҡан ашҡаҙан лайлаһы, һелтеле бикарбонат етешмәгәндә, күҙәнәк элементтары регенерацияһы һ.б.), Helicobacter pylori (H.p.) бактерияһы һ.б. тәьҫир иткәндә үҫешә. С.я.а. үҫешенә ш. уҡ нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, стресс, ҡайһы бер дарыу препараттары һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: ҡорһаҡтың өҫкө яртыһы ауыртыу, үҙәк көйөү, уҡшытыу һ.б. Диагностика өсөн анамнез, клиник, лаб. (морфол., биохимик, иммуногистохимик, серологик һ.б.) һәм инструменталь (рентгенологик, ультратауыш, гастродуоденоскопия һ.б.) тикшереү ысулдары файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (Н.р. эрадикацияһы, патогенетик, симптоматик), хирургик, диетотерапия, психотерапия, физиотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: ҡан китеү, тишелеү, пенетрация (ашҡаҙан аҫты биҙенә, эс майына үтеп инеү), сей яра малигнизацияһы, ашҡаҙан биге стенозы һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә С.я.а. м‑н тәүге ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2005 й. — 114,5; 2006 — 157,4; 2007 — 166,2 кеше. 20 б. 50‑се йй. алып Медицина университетында С.я.а. булғанда ашҡаҙандың һут бүлеү, к‑та яһау һәм ферментатив функцияларының үҙ‑ара тәьҫире өйрәнелә (В.Т.Мизин, Д.И.Татаринов), медикаментоз дауалау (С.В.Базанова, З.Ш.Заһиҙуллин һ.б.), ҡымыҙ менән дауалау, ш. иҫ. “Красноусол” һәм “Йоматау” шифаханалары шарттарында (Л.Ғ.БаТ__йымбәтов, Р.С.Низаметдинова, М.Н.Фридман һ.б.), С.я.а. аҙағын күҙаллау (А.Я.Крюкова) ысулдары эшләнә. 90‑сы йй. алып ҡатын-ҡыҙҙарҙа (Д.Р.Вәлиуллин, Р.Р.Ғәзизова) һәм ир‑аттарҙа (Э.М.Саҡаев) сей яра барлыҡҡа килеү клиникаһы, гормональ статусы һәм үҙенсәлектәре, С.я.а. хирургик дауалау һәм постгастрорезекцион синдромдарҙы дауалау (Х.З.Әбдрәшитов), С.я.а. дауалау ысулын һайлағанда Н.р. әһәмиәте (Ф.Б.Шәмиғолов), С.я.а. эндоскопик дауалағанда аллоплант биопрепараттарын (Ш.Ә.Зарипов, Р.С.Нурғәлин), эракондтың гель формаһын (А.И.Новиков) һәм аутофибронектин (В.У.Сатаев) ҡулланыу һөҙөмтәлелеге проблемалары тикшерелә; сей яра этиологиялы гастродуоденаль ҡан китеүҙе дауалау ысулдары (Ш.Н.Мөслимов), С.я.а. ҡатмарлашҡан формаларын (Ә.Ғ.Хәсәнов, Шәмиғолов һ.б.), ш. иҫ. балаларҙа (А.А.Сәлимгәрәев), дауалауҙа миниинвазив технологиялар камиллаштырыла. 21 б. башынан алып С.я.а. дауалау ысулын һайлау өсөн хемилюминесцент ысулдар (А.Ф.Афанасьева), ауырыуҙы хирургик дауалағанда миниинвазив (С.Б.Новокшонов), фармакол. (Р.А.Лихтер), вагодеструкциялар һәм вагодеструкция м‑н радио йышлыҡлы ваготомия (Р.Р.Фаязов) һөҙөмтәлелеге, бөйән эсәгендә С.я.а. булған ауырыуҙарҙың лапароскопик ваготомияларының алыҫ һәм яҡын һөҙөмтәләре (Е.Р.Дәүләтшина); гастродуоденаль сей яраларҙы дауалағанда сей яра дефектын “Биоплант” материалы м‑н аппликациялау (Р.Х.Дивеев) өйрәнелә.

А.Я.Крюкова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: