ЯЗЫКОВ УРТА МӘКТӘБЕ
653
ЯЗЫКОВ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑нында урынлашҡан. 1874 й. халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1897 й. башлап земствомәктәбе, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, слесарлыҡ, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мед., стоматология, методика кабинеттары, уҡыу‑производство участкаһы бар. Мәктәпте 5,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Р.М.Хәсәнов.
И.Ф.Вәсимов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: