Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВ Рим Мәхмүт улы

Просмотров: 1747

ХӘСӘНОВ Рим Мәхмүт улы (9.3.1947, БАССР‑ҙың Благовар районы Языков а.), композитор. БР‑ҙың халыҡ артисы (2017), БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979). Композиторҙар союзы ағзаһы (1974). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; К.М.Лакин һәм З.Ғ.Исмәғилев класы) 1978 й. тиклем БАДТ‑ла музыка бүлеге мөдире.

 Сағыу мелодик һәләткә эйә. Х. ижадына үҙенсәлеклелек, стилистик һәм жанрҙар төрлөлөгө хас. Әҫәрҙәре араһында “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”; 1978, башҡорт халыҡ легендалары буйынса үҙ либреттоһы), “Телһеҙ” [“Немой”; 1991, М.Горькийҙың “Телһеҙ. Башҡорт легендаһы” (“Немой. Башкирская легенда”) әҫәре буйынса үҙ либреттоһы] балеттары, “Прометей” (1980), “Сибай” (1984) симфоник поэмалары, Фортепиано һәм оркестр өсөн концерт, тауыш һәм симфоник оркестр өсөн Ф.Кәрим шиғырына “Һалдат һүҙе” балладаһы (икеһе лә – 1973), Концерт маршы (1978), “Шәжәрә” ораторияһы (“Родословная”; 1973) һәм Ғ.Ғ.Шафиҡов һүҙҙәренә “Башҡортостан” кантатаһы (1979). Х. ижадында үҙенсәлекле вокаль музыка төп урынды алып тора: Р.Ғ.Аҙнағолов шиғырҙарына “Шиғриәт йондоҙо” одаһы (1982), “Егет йыры” (1977), үҙ шиғырына “Башҡорт ере” (“Край башкирский”; 1973) хорҙары (a capрella), Н.Нәжми шиғырына “Ҡайт, ҡыҙым, тыуған яғыңа” вокаль циклы; 800‑ҙән ашыу йыр һәм романстар [Н.Нәжми шиғырҙарына “Өфө йүкәләре”, “Ҡышҡы романс”, Р.Н.Ханнанов шиғырына “Өфө — Урал ынйыһы” (“Уфа — жемчужина Урала”) һ.б.]. Камерный инструменталь музыкала ҙур формаларға өҫтөнлөк бирә: һуҡма ҡоралдар һәм орган өсөн “Катастрофа. 4 июнь” сюитаһы (“Катастрофа. 4 июня”; 1989), Виолончель һәм фортепиано өсөн соната (1973) һ.б. Уның балалар музыкаһы йырҙар, хор әҫәрҙәре һәм фортепиано өсөн пьесаларҙан ғибәрәт. Башҡорт драма театрында ҡуйылған Ғ.Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар”, Т.Таһировтың“Ғәлиә” повестары буйынса шул уҡ исемле спектаклдәргә (икеһе лә — Р.В.Исрафилов ҡуйған) һ.б.; Салауат башҡорт драма театрында — Н.Ғәйетбайҙың “Яр ситендә”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы буйынса “Салауат” спектакленә һ.б.; Сибай башҡорт драма театрында  — Р.Ҡол‑Дәүләттең “Тышаулы өйөр”, И.Х.Йомағоловтың “Семәрле тәхет” спектакленә һ.б.; Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында — Б.З.Рафиҡовтың “Париж башҡорто”; Урыҫ драма театрында — М.Кәрим пьесаһы буйынса “Ҡыҙ урлау”, В.Г.Распутиндың “Йәшә һәм хәтереңдә тот” (“Живи и помни”) повесы буйынса шул уҡ исемле спектаклгә; Ҡурсаҡ театрында ҡуйылған Т.Ғ.Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” һ.б. театрҙар спектаклдәренә; “Стәрлетамаҡ” т/ф һәм “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) нәфис фильмына (Ю.А.Якушев менән авторҙашлыҡта; икеһе лә – 1980) һ.б. музыка авторы. 20‑гә яҡын пьеса, башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә яҙылған 450‑нән ашыу шиғыр (бер өлөшө инглиз, немец һәм украин телдәренә тәржемә ителгән) авторы. ТР‑ҙың Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы (2009), Ғ.Сәләм исемендәге премия (1976), лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021). 2015 й. Благовар районында “Сәскәләр уяныр” Асыҡ район композитор Р.Хәсәнов йырҙарын башҡарыусылар фестиваль‑конкурсы булдырыла.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Өфө йүкәләре. Өфө, 1979; Ҡоштар осорам. Өфө, 1987.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Э.М.Давыдова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023