Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОМАҘЫБАШ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 910

ЙОМАҘЫБАШ, Шаран р‑нындағы ауыл, Салмалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Үрҙәкйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2196 кеше; 1920 — 2587; 1939 — 1721; 1959 — 929; 1989 — 654; 2002 — 622; 2010 — 519 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1692 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1731 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө килеп ултыра. 1795 й. 85 йортта 324 кеше йәшәгән, 1865 й. 225 йортта — 1397 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 4 һыу тирмәне, 7 бакалея кибете теркәлгән. З.М.Мөстәҡимов, М.М.Фәррәхов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019